САРМАНАЙ
+15 °С
Дождь
Төрлөһөнән
17 Сентября , 04:27

Эше менән данлы кешеләр улар

Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан иғлан ителгән тематик  йылдың иғтибар үҙәгендә ныҡлы ғаиләләр, традицияләр, быуындар дауамлылығы тора. Ләкин ысын ҙур ғаилә ул ҡан туғандар ғына түгел әле.  

Эше менән данлы кешеләр уларЭше менән данлы кешеләр улар
Эше менән данлы кешеләр улар

Яҙмам геройҙары Рәмил Миңнеғәле улы Ваһапов менән Рима Бәдәүи ҡыҙы Имамованың өсәр балалары бар. Икеһе лә – йәмғиәтебеҙгә лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар үҫтергән күп балалы ата-әсә. Әммә уларҙың ҡайғыртыусанлығы һәм оҫтаҙлыгы үҙ ғаиләләренән дә күпкә ситкә тарала. Рәмил Ваһапов бер нисә быуын уҡыусы һәм йәш белгестәр тәрбиәләй, ә Рима Имамова күп кенә туған яҡны өйрәнеүселәр һәм музей хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫтаҙ була.

Халыҡ-ара өлкәндәр көнө алдынан күптән түгел генә 70, 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләп үткән был хөрмәтле яҡташтарыбыҙ, Дүртөйлө районының маҡтаулы граждандары хаҡында гәзит уҡыусыларыбыҙға һөйләргә булдыҡ.

Рәмил Миңнеғәле улы Ваһапов 1956 йылдың 22 авгусында Илеш районының Ишҡар ауылында ғаиләлә беренсе мөхәббәт емеше булып доньяға ауаз һала. Урта белем алғас, хеҙмәт эшсәнлеген Ишҡар мәктәбендә тәрбиәсе, унан Яңы Айыу ауылы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай.

Йәше еткәс, Совет Армияһы сафтарына алына, Приморье өлкәһендә өлкән радиотелефонист булып хеҙмәт итә, кесе сержант званиеһында була. Әрменән ҡайтҡас, Илеш районының Ҡадир ауылы мәктәбендә бер йыл балаларға рәсем һәм һыҙым фәнен уҡыта.

1977 йылда ул Башҡортостан дәүләт педагогия университетына уҡырға инә,  8 йыл эсендә өс юғары белемгә эйә була. 1982 йылда “География-биология” уҡытыусыһы, 1986 елда марксизм-ленинизм университетында политолог булараҡ отличие менән ҡулына диплом ала, 1990 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетын “агроном” белгеслеге буйынса тамамлай.

1980 йылдарҙа Рәмил Миңнеғәле улы Таймырҙала география фәненән йәш быуынға белем бирә, Түбәнге Аташ һәм Иҫке Яндыҙ мәктәптәрендә директор вазифаһын башҡара, ошо ауыл Советтарына депутат итеп тә һайлана.

Район етәкселеге уның тырышлығын, эрудицияһын белеп-күреп тора һәм 1989 йылда уны КПССтың Дүртөйлө ҡалаһы комитетына инструктор итеп тәғәйенләй. Ә инде болғансык 90-нсы йылдарҙа уны Дүртөйлө мәктәп-ара уҡыу-производство комбинатына директор итеп ҡуялар. Өс йыл дауамында ошо вазифаны биләй ул. Республикабыҙҙа бындай уҡыу учреждениелары ябылып бөткән заманда Рәмил Миңнеғәле улы уны һаҡлап ҡала алды. Был йылдар эсендә уның тырышлығы менән күпме район балалары мәктәптә уҡыу менән бер рәттән  водитель, тегенсе, ташсы, токарь, слесарь, лаборант, умартасы, шәфҡәт туташы һәм башҡа һөнәрҙәр үҙләштерде.

1994 йылда юбилярыбыҙ үҙенең тормошон район етәкселегендә хеҙмәт һалыу менән бәйләп ебәрә һәм район хаҡимиәте башлығының кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы булып эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта гражданнар оборонаһы һәм мобилизация әҙерлеге бүлеге, хәрби саҡырылыш комиссияһы рәйесе, төрлө дәрәжәләге һайлау штабы начальнигы, профсоюз ойошмаларының етәксеһе вазифаларын да башҡарырга өлгөрә ул.

2012-2021 йылдарҙа Рәмил Миңнеғәле улы район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, район Советы сәркәтибе булып хеҙмәт итә. Тынғыһыҙ йән хаҡлы ялға сыҡҡас та тик тормай. 2021 йылдан алып ул Дүртөйлө районының ветерандар советын һәм Ижтимағи палатаһын етәкләй, “Беҙ ҡабыҙған уттар” халыҡ ветерандар хоры менән, “Изге ай” татар халыҡ фольклор ансамбле солисты булараҡ төрлө мәҙәни сараларҙа ла ҡатнаша.

Бындай шәхестең фиҙакәр хеҙмәте хөкүмәт тарафынан лайыҡлы баһаланыла. Башҡортостан Республикаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Мәғәриф министрлығы, Үҙәк һайлау комиссияһы, хәрби комиссариат, төрлө дәрәжәләге профсоюз ойошмалары, район хакимиәтенең Почет грамоталары, күп һанлы юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Күптән түгел генә Рәмил Миңнеғәле улына “Дүртөйлө районының почетлы гражданы” исеме бирелде.

Рима Бәдәүи ҡызы Имамова1946 йылдың 27 авгусында биш балалы ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ булып Баҡалы ауылында тыуған, ләкин уның бөтә аңлы тормошо Дүртөйлө менән бәйле.1964 йылда ҡаланың 2-нсе һанлы мәктәбен тамамлағас, Башҡортостан ауыл хужалыгы институтының иҡтисад факультетынауҡырға инә. Дипломлыйәш белгестеАлма-Атаға ебәрәләр. Ҡазахстан уныйылы ҡаршы ала: бында Рима Бәдәүи кызы зооветеринария институтында уҡытыусы, аспирант булараҡ студенттарға белем бирә.1981-83йылдарҙа«Казсвязьстрой»тресында өлкән инженер булып хеҙмәт итә.

Урта Азияла 20 йыл йәшәгәндән һуң ул Дүртөйлөгә ҡайтырға ҡарар ҡыла. Тормошондағы был ваҡиға хәл иткес тәҡдим менән тура килә — төҙөлөп кенә килеүсе тарихи-тыуған яҡны өйрәнеү музейын етәкләүҙе уға тапшыралар. Был йылдарҙа яңы директор ысын прораб вазифаһын да үтәй. Идара итеүсе һәләте, талапсанлығы һәм кешеләргә ҡарата ихлас мөнәсәбәте менән ул бик тиҙ абруй ҡаҙанды. Уның етәкселегендә музейға 22 меңдән артыҡ экспонат йыйылған һәм 18 экспозиция залы булдырылған. Егерме туғыҙ йыл дауамында музей директоры булған Рима ханым Дүртөйлө районы тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтен етәкләй һәм “Башҡортостандың маҡтаулы крайҙы өйрәнеүсеһе” (2016) исеменә лайыҡ була.

Тиҫтәләгән йылдар эшсәнлеге һиҙелмәйенсә үтмәй. Уның тырыш хеҙмәте күп һанлы бүләктәр менән баһаланды: Башҡортостан Республикаһы, РФ һәм БР Мәҙәниәт министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары, «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан», «Хеҙмәт ветераны», «Башҡортстан төҙөлөүгә 100 йыл» миҙалдары, «Дүртөйлө районы алдындағы ҡазаныштары өсөн» билдәһе һәм «Маҡтаулы граждан» исеме. Һәм күптән түгел былар эргәһенә Дүртөйлө районы хаҡимиәтенең Маҡтау грамотаһы ла өҫтәлде.

РәмилВаһаповһәмРимаИмамова – төрлө һөнәрэйәләре, төрлө тормош юлдары  үткән кешеләр.Ләкин уларҙы туған яҡҡа тоғролоҡ, яҡташтар файҙаһына армай-талмай хеҙмәт итеү һәм кешеләрҙе ысын күңелдән яратыу берләштерә.Юбилярҙарыбыҙҙы күркәм ғүмер байрамдары менән ихлас тәбрикләйбеҙ!

Автор:Денис Мансуров
Читайте нас