САРМАНАЙ
+6 °С
Облачно
Төрлөһөнән
13 Сентября , 04:30

“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”

12 сентябрь көндө район мәҙәниәт йорто ҡаршында ошо исем аҫтында район фестивале уҙғарылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”

 

Дүртөйлө төбәге элек-электән үҙенең күп милләтле халҡы менән дан тота. Нисәмә йылдар дауамында районыбыҙҙың төрлө ауылдарында урыҫ, башҡорт, татар, марм мәҙәниәттәре көндәре үткәрелеп килде. Был байрамдарҙың һәр ҡайһы үҙенсә уникаль, тулҡынландырғыс булды һәм яҡташтар тарафынан яратып ҡабул ителде.

Илебеҙҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылы айҡанлы ойоштороусылар бөтә милләт вәкилдәрен бер урынға туплап, күркәм фестиваль булдырырға ҡарар итте.

Байрамдың үҙәк майҙансыҡтарының береһе ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән “Милли ишегалдары” булды. Бында район халҡы һәм ҡунаҡтары урыҫ, башҡорт, татар һәм мари халыҡтарының үҙенсәлекле традициялары һәм көнкүреш әйберҙәре менән яҡындан таныша алды, һөнәрселәр ҡул эштәре күргәҙмәләрен тәҡдим итте.

Фестивалдең тантаналы өлөшөндә Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Заһир Әхсән улы Хәкимов, райондың милли ойошмалар етәкселәре Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйенова (башҡорттар ҡоролтайы),  Александр Сергеевич Кузнецов (урыҫтар соборы), Рәсим Борһаиетдин улы Ямалетдинов (татарҙар автономияһы), Андрей Вильевич Ҡамилйәнов (мариҙар автономияһы) ҡатнашты.

Үҙ сығыштарында уларҙың һәр береһе Дүртөйлө еренең һәр ваҡыт киң күңелле, ҡунаҡсыл булыуы һәм бар милләттәрҙең, бар конфессияларҙың да традицияларына хөрмәт менән дан тотоуын аҫһыҙыҡланы, бындай берләштереүсе фестивалдәрҙең әһәмиәтен билдәләне.

Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан район башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы балаларға лайыҡлы тәрбиә биргән, ғаилә ҡиммәттәрен нығытҡан, күп балалы ғаилә институтын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Илгиз һәм Резида Мәғсүмовтар, Камил һәм Нәзилә Нуриәхмәтовтар, Борис һәм Лариса Первушиндар, Сергей һәм Алена Шамратовтар ғаиләләренә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Донъяның виртуоз ҡубыҙсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтың музыкаль сәләме фестивалдең сағыу бер биҙәге булды.

Был көндө шулай уҡ милли аштар конкурсы ла уҙғарылды. Төрлө номинацияла еңеүселәр тип Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто, Өсбүлә ауылы мәҙәниәт йорто һәм “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәренең өҫтәлдәре табылды. Лайыҡлыларға һәм бөтә ҡатнашыусыларға Диплом, бүләктәрҙе район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәҫьәләләре һәм инвестицион эшсәнлек буйынса урынбаҫары Гөлнара Венер улы Кашаева тапшырды.

Көн дауамында районыбыҙҙың милли ижад коллективтары һәм үҙешсән артистары тамашасыларға моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк итте.

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылындағы «Халыҡтар дуҫлығы — мәҙәниәт берләштерә» фестивале Дүртөйлөнөң яҡты ваҡиғаһына әүерелде. Тап бына милләттәр күп төрлөлегендә – беҙҙең көсөбөҙ, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеүҙә — беҙҙең берҙәмлегебеҙ, ә тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа ынтылышыбыҙ – киләсәктең нигеҙе. Был дуҫлыҡ байрамы мәҙәниәт йорттарында ғына түгел, төрлө милләт вәкилдәрен бер ҙур ғаиләгә берләштереп, көндәлек тормошта ла дауам итһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
“Халыҡтар дуҫлығы – мәҙәниәт берләштерә”
Автор:Денис Мансуров
Читайте нас