САРМАНАЙ
+6 °С
Облачно
Төрлөһөнән
5 Сентября , 04:35

Ер ҡуйыныннан байлыҡ сыъяр ыусыларға хөрмәт

Алтын көҙҙөң беренсе аҙнаһында Дүртөйлө районында нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы саралар уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәтЕр ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ сыъяр ыусыларға хөрмәт

 

Беҙҙең муниципалитет өсөн был байрамдың әһәмиәте айырыуса ҙур, сөнки был төбәктә яуаплылығы сикләнгән «Башнефть-Добыча» йәмғиәтенең «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы менән «Газпром трансгаз Уфа»ның Дүртөйлө магистраль газ үткәргестәрҙең линия-производство идараһы урынлашҡан. Шуға күрә лә уларҙың һөнәри байрамдары районда ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Үткәрелгән һәр сарала район һәм ойошмалар етәкселәре сығыш яһап, нефть-газ тармағының республика һәм ил иҡтисады өсөн стратегик әһәмиәтен билдәләп үтте, хеҙмәткәрҙәргә тырышлыҡтары, юғары профессионализмдары һәм традицияларға тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерде, коллективтарға ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары теләне.

Беренселәрҙән булып район мәҙәниәт йортона газ хезмәте вәкилдәре йыйылды. Тантаналы сарала линия-производство идараһы начальнигы Нияз Фәрит улы Тимерханов, уның урынбаҫары Динар Мөғин улы Сөләймәнов, район хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов, Дүртөйлө күп профилле колледжы директоры Ришат Мират улы Гәрәев ҡатнашты.

 Лайыҡлыларҙың тырыш хеҙмәте Рәсәй газ йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Дүртөйлө районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, “Газпром трансгаз Уфа” ветераны” билдәһе, Мөхәмәтнур Вәлиев миҙалы менән баһаланды.

Күптән түгел БашҡортостанРеспубликаһы БашлыгыРадий Фәрит улы Хәбировта газсәнәғәтехеҙмәткәрҙәренҡотланыһәм дәүләт бүләктәре тапшырҙы.Улар араһында Дүртөйлөнән 6нсы разрядлы электр-газ менән иретеп йәбештереүсе Алексий Евгениевич Бичурин да бар.Уға«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Шимбә көндө Семилетка ауылы стадионы нефть сығарыу тармағында эшләүселәрҙе берләштерҙе. Дүртөйлө нефтселәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға хөрмәтле ҡунағыбыҙ, яуаплылығы сикләнгән “Башнефть-Добыча” йәмғиәте генеральный директорының беренсе урынбаҫары - баш инженеры Андрей Васильевич Киселев та килгәйне. Район башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов, Саҡмағош нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы Рөстәм Нәфил улы Ибраһимов, профсоюз ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альберт Рафаил улы Чурмантаев та үҙ сығыштарында нефтселәрҙе тәбрикләп, иң йылы теләктәрен, маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе. Эш урындарында уңышҡа ирешкән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә төрлө дәрәжәләге ведомство бүләктәре тапшырылды.

Күркәм һөнәри байрамдар район мәҙәниәт йортоның ижад коллективы, татар-башкорт эстрадаһының популяр артистары концерты менән тамамланды.

Дүртөйлө районында төбәктең энергетик тотроҡлолығын тәэмин итеүселәрҙе лайыҡлы хөрмәтләй ҙә беләләр. Байрам саралары быны тағы ла  бер мәртәбә иҫбатланы. Уңыштар һеҙгә, нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре!

Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ  сыъяр ыусыларға хөрмәт
Ер ҡуйыныннан байлыҡ сыъяр ыусыларға хөрмәт
Автор:Денис Мансуров
Читайте нас