САРМАНАЙ
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән
29 Августа , 17:10

Башҡортостан Башлығы «Һөт иле-2026» фестивалендә булды

29 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡашҡаҙан» ҡала паркы майҙансығында үткән «Һөт иле» XIV ғаилә фестивалендә булды. Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһы менән танышты, компаниялар һәм хужалыҡтар вәкилдәре менән тармаҡты артабан үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.

Башҡортостан Башлығы «Һөт иле-2026» фестивалендә булдыБашҡортостан Башлығы «Һөт иле-2026» фестивалендә булды
Башҡортостан Башлығы «Һөт иле-2026» фестивалендә булды

Быйыл «Һөт иле» фестивалендә һөт ризыҡтарының киң ассортиментын сығарған 150 етештереүсе ҡатнашты. Шуныһы мөһим: Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлеккә бөтә ил буйынса, шулай уҡ сит ил ҡулланыусылары араһында ихтыяж ҙур. Байрамға килеүселәрҙе инде сәләмләү йолаһына әйләнгән бер стакан һөт менән ҡаршы алалар. Быйыл «Росмол» Компаниялар төркөмөнөң Стәрлетамаҡ филиалы халыҡ өсөн 60 меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән һөт әҙерләгән. Сара майҙансығында тематик локациялар ойошторолдо, улар иҫәбендә – һөт йәрминкәһе, фермер тауарҙары баҙары, сыр кибете, бал продукцияһы менән майҙансыҡтар һәм Ҡымыҙ ауылы биләмәһе, шулай уҡ «Ит бульвары». Башҡортостан Башлығы һөт продукцияһы етештереүсе ҙур предприятиеларҙың экспозицияларын, шулай уҡ фермерҙар продукцияһы йәрминкәһен ҡараны. «Башҡортостан һыуығы» компанияһы вәкилдәре туңдырма һатыуҙың яҡшы динамикаһын билдәләне һәм келәттәрҙең энергия һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙары тураһында һөйләне. Был башланғыс 2024 йылдың декабрендә «Инвестиция сәғәте» кәңәшәһендә хуплау тапҡайны. Эштәрҙе 2027 йылдың яҙында тамамларға планлаштыралар. Бөрө һөт продукцияһы комбинатында ла етештереү ҡеүәттәрен модернизациялау эштәрен башлағандар. Предприятиела май сығарыу буйынса яңы цех ҡорамалдары монтажлана. Бынан тыш, һөттө таратыуҙы киңәйтергә планлаштыралар, әле продукция илдең 65 төбәгенә оҙатыла ла инде. Проект сиктәрендә уны төрөү буйынса яңы линия һатып алырға ниәтләйҙәр. «Ҡарламан шәкәре» компанияһы стендында төбәк етәксеһе ҡуйыртылған һөт етештереүҙе артабан үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе. Предприятие продукция сығарыуҙы киңәйтә, әле етештереү күләме айына 1 миллион банкаға тиклем арттырылған. Һөт эшкәртеү өлкәһендә алдынғы предприятиеларҙың береһе булған «Уфагормолзавод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 70-тән ашыу төр продукция сығара. Заманса ҡорамалдар һәм предприятиела файҙаланылған төргәктәрҙең һигеҙ төрө Башҡортостан халҡы өсөн һөт, кефир, эремсек, ҡаймаҡ һәм йогурттарҙың киң ассортиментын етештереү мөмкинлеген бирә. Радий Хәбиров шулай уҡ Kumpan брендына нигеҙ һалыусы Михаил Кумпан менән аралашты, ул фестиваль ҡунаҡтарын башҡорт үләндәре һәм бал ҡушылған 1 200 порция «Уфачино» фирма кофеһы менән һыйларға ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне. Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙың учреждениелар, шул иҫәптән күсмә нөктәләр селтәрен артабан үҫтереү пландары менән ҡыҙыҡһынды. «КОМОС ГРУПП» агрохолдингы етәкселеге менән («Село Зелёное» бренды аҫтында продукция етештерә) төбәк етәксеһе Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә тормошҡа ашырылған «Һөт академияһы» проектын үҫтереүҙе тикшерҙе. Инициатива тармаҡтың кадрҙар резервын булдырыу өсөн мәғарифты, фәнде һәм бизнесты берләштереүгә йүнәлтелгән. Һүҙ уҡыу-ғилми лабораториялары асыу, урта һөнәри белем биреүҙән алып аспирантураға тиклем белем биреү программаларын булдырыу, студенттарҙың практик әҙерлеген көсәйтеү, шулай уҡ ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында бара. Төбәктең ауыл хужалығы продукцияһы баҙарында «Һөт кухняһы» проекты мөһим урын биләй, уның сиктәрендә балалар, йөклө ҡатындар һәм бала имеҙгән әсәләр өсөн продукция етештерелә. Былтыр уны 20 меңдән ашыу кеше бушлай алған. Бренд тауарҙарының географияһы ла киңәйә – таратыу пункттары менән бер рәттән хәҙер уларҙы сауҙа селтәрҙәрендә лә һатып алырға мөмкин. Сара майҙансығында Башҡортостан Башлығы «Ҡымыҙ ауылы» тематик зонаһында булды һәм етештереүселәр менән традицион башҡорт эсемлеген экспортлауҙы үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе. Радий Хәбиров фестивалдең урындағы продукцияны популярлаштырыу һәм төбәктең агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн мөһимлеген билдәләне. – «Һөт иле» халҡыбыҙҙа бик популяр һәм һөт ризыҡтарын ҡулланыуҙың артыуына булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта йолаға әүерелгән байрам иҡтисади нигеҙгә лә эйә, – тине төбәк етәксеһе. – Башҡортостан – һөт етештереү буйынса илдә алдынғылар рәтендә. Был еңел булмаған бизнес, шуға күрә беҙ ҙур индустриаль малсылыҡ фермалары, заманса эшкәртеү производстволары форматын үҫтерергә тырышабыҙ. Һис шикһеҙ, бындай предприятиелар һөт тармағының киләсәге булып тора.

Автор:Гульназ Хафизова
Читайте нас