

Бар белемен, оҫталығын һалып, дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен районыбыҙ балалары һаулығын һаҡлауға бағышлаған изге һөнәр эйәһе оло хөрмәт ҡаҙанды. Үрге Йәркәйҙә йәшәүсе хеҙмәт ветераны ошо көндәрҙә күркәм юбилейын – 75 йәшен ҡаршыланы. Рәлиә Ҡырмыҫҡалы районы Сарт-Науруҙ ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәптән һуң табип булыу теләге уны Башҡортостан дәүләт медицина институтына алып килә һәм ул уңышлы имтихан тотоп, педиатрия факультетына уҡырға инә. Уҡыуынан тыш, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнә. Шунда аккордеонсы, Илеш егете Рәмисте осратала инде. Һәм бына шулай йәш тәрҙе ҡанатландырған мөхәбәтле тормош башлана: бергә уҡырға йөрөүҙәр, концерттарҙасы Изгелекле тормош юлы ғыш яһауҙар, кистәрен С.Юлаев һәйкәле янындағы "пятачок"та ял итеүҙәр... Рәмис Рәлиәнән өс курс алда уҡығанлыҡтан, дипломдыла унан алдараҡ ала һәм һөйөклөһөнән айырылаһы килмәгән егет ҡыҙҙың ата-әсәһенән уның ҡулын һорай. Бына шулай ғаилә ҡороп ебәрә улар. Тәүҙә береһе Үрге Йәркәйгә эшкә ҡайта, унан һуң икенсеһе лә дауаханала хеҙмәт юлын башлай. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Ләйсән менән Таңһылыу тыуа. Яңы ғына эш башлаған белгескә окулист та, педиатр ҙа булырға тура килә. Берни тиклем ваҡыт үткәс, үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән тырыш табибәне бала тыуҙырыу бүлегенә эшкә саҡыралар. Иңдәренә шундай яуаплы һәм ауыр эш йөкмәтеүҙән ҡурҡмай ул, дауахана етәк селегенең, хеҙмәттәштәренең ышанысын аҡлай. 40 йылға яҡын эшләү дәүерендә халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын күтәреүгә ҙур өлөш индерә. БР, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының, урындағы инстанцияларҙың Почет грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Хеҙмәт ветераны исемен ғорур йөрөтә. Рәлиә Мөхәмәҙинур ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Төрлө мәҙәни һәм сәнғәт сараларында бик оҫта сығыш яһай, тамашасылар күңелен яулай. Лайыҡлы ялда булһала, Рәлиә Мөхәмәҙинур ҡыҙы абруй ҡаҙаныуын дауам итә: уға элеккесә үк кәңәштәр һорап пациенттар мөрәжәғәт итә, рәхмәттәр белдерә. Улар өсөн ул оло йөрәкле доктор булып ҡала. Эйе, йоҡоһоҙ төндәр үткәреп, яңы тыуған балаларҙы тәрбиәләү, дауалауға ни тиклем тырышлығын, оҫталығын һалыуын үҙе генә беләлер.–Ауырлыҡтар кисермәнем, – тип иҫенә төшөрә Р.Камалова эшләгән йылдарын. – Сөнки йәнәшәмдә бер үк ваҡытта дуҫым, кәңәшсем, ярҙамсым да була алған тормош иптәшем Рәмис Әкрәм улы булды. Үҙелә табип булғас, эшемде аңлап ҡабул итте. Беҙ уның менән 35 йылға яҡын татыу ғүмер кисерҙек. Тормош иптәше Рәмис Камалов өс тиҫтә йылдан артыҡ йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау бүлексәһен етәкләй. Ул намыҫлы хеҙмәте өсөн БРның атҡаҙанған табибы, БР һәм РФ Һаулыҡ һаҡлау отличнигы исемдәренә лайыҡ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2008 йылда мәрхүм була. Хөрмәтле юбиляр! Киләсәктә лә бәхетле, хәйерле ғүмер йылдары насип булһын һеҙгә, изге һөнәр эйәһе Рәлиә Мөхәмә ҙинур ҡыҙы.