

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында һәм 29 апрель – Халыҡ-ара бейеү көнө уңайынан бөгөн һүҙебеҙ ижадтары менән төрлө милләттәр вәкилдәре мәҙәниәттәре араһында йәнле күпергә әйләнгән коллектив тураһында булыр. Дүртөйлө мәҙәниәт йортоноң «Сөмбөл» халыҡ бейеү ансамбле бына инде ярты быуаттан артыҡ күп милләтле илебеҙ халыҡтарының ғөрөф ғәҙәттәрен ҡәҙерләп һаклай. Дәртле бейеүҙәр, үҙенсәлекле башҡарыу манераһы, сағыу костюмдар тамашасыларҙы бер ҡасан да битараф ҡалдырмай, коллективтың һәр сығышын улар көтөп ала һәм алҡыштарға күмә. Ансамблдең тарихына ла күҙ һалайыҡ. Уға нигеҙ 1968 йылда һалына һәм уның башланғысында легендар балетмейстер, дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Фәйзи Ғәскәров үҙе тора. Тап бына ул районға килеп, талантлы йәш тәрҙе туплап, беренсе бейеүҙәр ҙе сәхнәләштерә. Профессиональ хореографик белемдәре булмаһа ла, был состав үҙенең оҫталығы менән республиканан ситтәлә сығыш яһап, уңыштарға ирешә. Улар 1961 йылда Кремлдең Съездар һарайында III Бөтә донъя йәштәре фестивалендә ҡатнаша. Ансамблдең тәүге ҡарлығастары булған Зөфәр һәм Сәкинә Солтановтар, Фәрзәнә һәм Мөфтәдин Ғиләжевтар, Тәслимә һәм Рәис Ниғмәтуллиндар үҙ тормоштарын мәҙәниәт менән бәйләп, киләсәктә РСФСР ҙың һәм БАССРҙың «атҡаҙанған» исемдәренә лайыҡ була. 1978 йылда ансамблгә маҡтаулы «халыҡ» исеме бирелә. Тиҫтә йылдар дауамында коллек тивҡа БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Әлифә Әхмәтғәлиева һәм Азат Гәрәев, Камил Нуриәхмәтов, Ринат Байморатов етәкселек итә. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренән баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индерде. Бө гөнгө көндә ансамблде Анфиса Дәүләтдинова ышаныслы аҙымдар менән алға алып бара. Ҡатмарлыла, ҡыҙыҡлы ла был эшендә уға Илмира Ғатауллина, Лиана Байморатова, Ангелина Тимершәйәхова ярҙамлаша. Педагогтар етәкселегендә районыбыҙ йәштәре бейеү серҙәренә төшөнә, һөнәри оҫталыҡтарын камиллаштыра, бынан тыш ҙур тәрбиә эшсәнлегелә алып барыла. Бейеү сәнғәте аша уларҙа төрлө халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә мөхәббәт уятыла, берҙәм эшсәнлек, үҙ-ара аңлашыу, дуҫлыҡ төшөнсәләренә тәрәнтен төшөнә егет-ҡыҙҙар. Тырышлыҡтары арҡаһында һөҙөмтәләр ҙә үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәй. Һуңғы өс йылда ғына коллективтың бүләктәр йыйыл маһы абруйлы титулдар менән тулыланды: халыҡ-ара «Затанцуй» хореография конкурсының (2026), Бөтә Рәсәй «Создай мечту» хореография фестиваленең (2023) Гран-при, регион ара «Рух. Дәрт. Моң» татар мәҙәниәт фестиваленең 1нсе дәрәжә лауреаттары улар. 2024 йылда коллектив башҡорт бейеүен башҡарыусыларының «Байыҡ» республика телевизион конкурсында еңеү яуланы. «Сөмбөл» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә арытаба ла ижади уңыштар теләйбеҙ. Күп милләтле илебеҙ халыҡтарының мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ бары тик маҡтауға лайыҡ. Афарин!