Төрлөһөнән
17 Апреля , 09:40

"Милли кейемдә уҡыйбыҙ"

Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә Милли кейемдәр көнө һәм башҡорт теле аҙналығы уңайынан күп төрлө саралар уҙғарыла.

"Милли кейемдә уҡыйбыҙ""Милли кейемдә уҡыйбыҙ"
"Милли кейемдә уҡыйбыҙ"

Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә Милли кейемдәр көнө һәм башҡорт теле аҙналығы уңайынан күп төрлө саралар уҙғарыла. "Уҡыусылар кластан тыш сараларҙа, төрлө ижади конкурстарҙа милли кейемдә ҡатнаша. Был халҡыбыҙҙың борондан һаҡланып килгән милли кейем элементтарына, йолаларына һәм биҙәктәренә, ғөрөф-ғәҙәттәренә балаларҙа ҙур ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләүгә ҙур йоғонто яһай", -- ти мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғəлиева. Был йәһәттән 9-сы а класы уҡыусыларының туған (башҡорт) телен өйрәнеүселәр төркөмөндә асыҡ дәрес үтте. Уҡыусылар милли кейем элементтарын ҡулланып, уларҙың биҙәктәре хаҡында белешмә алды, үҙҙәренең белемдэре менән уртаҡлашты. Улар һәр биҙәктең айырым мәғәнә аңлатыуын асыҡланылар. Дәрестә уҡыусылар айырыуса күтәренке кәйеф һәм дәрт менән ҡатнашты. #Милликейемкөнө #день национальногокостюма

"Милли кейемдә уҡыйбыҙ"
"Милли кейемдә уҡыйбыҙ"
"Милли кейемдә уҡыйбыҙ"
"Милли кейемдә уҡыйбыҙ"
"Милли кейемдә уҡыйбыҙ"
"Милли кейемдә уҡыйбыҙ"
"Милли кейемдә уҡыйбыҙ"
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас