Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Апрель , 10:00

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр

Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы. Тыуғандан алып һуңғы һулышына тиклем тел һәм һүҙ кеше менән бергә йәшәй. Һәр халыҡтың теле үҙенә яҡын, ҡәҙерле. Тел бөтһә, халыҡта бөтә, тигән һүҙ. Шуға күрә үҙ телен һаҡлауға, яҡлауға, үҫтереүгә бер кешелә битараф булырға тейеш түгелдер.

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр

Әлбиттә, был йәһәттән күп эштәр башҡарыла, яҙыусылар менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, конкурстар үткәрелә, туған тел уҡытыусылары ла әүҙемлек күрһәтә. Районыбыҙҙа “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон талаптарын үтәп, туған телдәрҙең абруйын күтәреүгә, дәүләт телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәктәптәрҙә урыҫ, баш ҡорт, татар,мари телдәре туған тел булараҡ өйрәнелә. Был эш ата-әсәләрҙең ғаризаһына яраш лы рәүештә алып барыла. Башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнелә. Унда уҙғарылған “Туған тел аҙналығы”, “Ҡарға бутҡаһы”, Һабан туйы байрамдарында, милли кейемдәр көндәрендә өйрәнелгән йыр-бейеүҙәр, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә, уларҙа туған телебеҙгә мөхәббәт тәрбиәләүҙә әйтеп бөтөрғөһөҙ ҙур роль уйнай. Бигерәктә кескәйҙәрҙең башҡорт телендә әкиәттәр, шиғырҙар ятлап, район күләмендә сығыш яһауы беҙҙе һөйөндөрә. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә төрлө конкурстарҙа сығыш яһайҙар, район сараларында ла әүҙем ҡатнашалар һәм һө ҙөмтәләргә ирешәләр. Уҡытыусыларыбыҙ юғары белемгә эйә, һәр береһе үҙ урынында тырышып эшләйҙәр. Уҡытыусыларыбыҙ туған телде һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа актив алымдарҙы оҫта ҡуллана, һәр бер әҫәрҙең төп идеяһын, проблематикаһын, конфликттар төйөн дәрен уҡыусынан алда күреп, ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ саралар үткәрәләр, яңы технологияларҙы оҫта ҡулланалар. Йыл һайын район күләмендә туған тел уҡы тыусыларының семинарҙары ла юғары кимәлдә ойошторола. Быйылғы йылда Башҡорт теле көнө уңайынан Үрге Йәркәйҙең Тәлғәт Рахманов ис. урта мәк тәбендә “Тел һәм әҙәбиәт дә рестәрендә заман талаптарына әҙер шәхестәр тәрбиәләү” тигән темаға үткәрелгән башҡорт теле уҡытыусыларының район семинары һәр уҡытыусы өсөн файҙалы булды. Сөнки тәжрибәле уҡы тыусылар Гөлфая Фәхруллина, Люциә Әһлетдинова, Гөлназ Ғәбиҙуллина уңышлы педагогик алымдар ҡулланып асыҡ дәрестәр үткәрҙе,үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәктәптә әүҙем эшләп килгән мәктәп театрында шөғөллөнгән уҡыусылар Ф. Аҡ булатованың “Атай икмәге” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән тамаша тәҡдим итте. Ә туған телдәр аҙналығы сиктәрендә Карабаш урта мәктәбендә үткән татар теле уҡытыусыларының семинары йөкмәт келе һәм фәһемле булды. Айгөл Мөсәлләмова үткәргән асыҡ дәрес методик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүе, бик йөкмәткеле, ерле материалдарҙың урынлы ҡулланылыуы менән айырылып торҙо. Кластан тыш сарала башланғыс класс уҡыусылары, Ләйсән Ғилметдинова менән берлектә, үҙҙәренең татар телендә сығыштарын бүләк иттеләр, туған телгә ихтирам һәм һөйөүҙәрен күрһәтә алдылар. Семинарҙа Өфө фән һәм технологиялар университететының татар теле һәм мәҙәниәте кафедраһы уҡытыусылары (филология фәндәре кандидаттары Г.У. Ғәйнуллина, И.Ф.Зарипова, 2 курс студенты А.А. Ғилметдинова) ҡатнашып, профориентация, республика кимәлендәге конкурстарға әҙерләнеү, олимпиадаларҙа ҡатнашыу буйынса кәңәштәрен еткерҙеләр. Эйе, семинар ваҡытында асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар ҙа һәләте балаларҙың сығышы ҡарала. Мәктәп театрында шө ғөлләнеүсе балалар сығыштар, тасуири шиғыр уҡыусыларҙың оҫта итеп туған телдә шиғыр уҡыуҙары, йыр-моңға ғашиҡ булған уҡыусыларҙың һәләттәре семинарҙа ҡатнашыусыларҙы битараф ҡалдырмай. Мәктәптә туған телдә саралар үтһә, аралашыу туған телдә булһа, уҡыу сылар ҙа үҙ туған телендә иркен аралаша алыуға өлгәшә ала,туған телдәргә ҡарата ихтирам да арта, һөйөү көсәйә. Яңы технологиялар үҫешкән мәлдә туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу уҡытыусыларҙан ҙур көс талап итә. Хәҙерге заман уҡыусыһын заманса технологиялар, инновацион алымдар, электрон дәреслектәр менән ҡыҙыҡһындырғанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп була. Был йәһәттән район мәктәптәрендә бар уңайлыҡтар булдырылған, кабинеттар Интернет селтәренә тоташтырылған. Информацион технологияларҙы ҡулланыу – иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе, ул белем биреүҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Мәктәптәрҙә телде өйрәнеү буйынса бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Заманса йыһазландырылған кабинеттар бар, тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары эшләп килә. Былар барыһы ла туған илдең патриоттарын тәрбиәләүгә лә ыңғай тәьсир итә. Әлбиттә, кабинеттарҙы заманса йыһаҙлау өсөн республика хөкүмәтенең дә ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ. Үрге Йәркәй беренсе гимназияһы республика Башлығы Радий Хәбиров Грантында ҡатнашып еңеү яуланы һәм музей-кабинет төҙөнө. Унда туған телдәр уҡытыу өсөн материалдар тупланды,яңы технологиялар алынды. Шулай уҡ Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай урта мәктәбе (кабинет етәксеһе Р.Р. Хәҙимуллина), Рсай урта мәктәбенең филиалы — Үр мәт төп мәктәбе (кабинет етәк сеһе А.Ф.Ғимазова), Үрге Йәркәй беренсе гимназияһы (каб нет етәксеһе С.Х.Фәйзрахманова) республика кабинеттар конкурсында еңеү яуланы һәм бөгөнгө көндә был мәктәптәрҙең башҡорт теле кабинеттары яңы технологиялар менән тәьмин ителде. Яҡташыбыҙ — филология фәндәре докторы, профессор Илшат Насиповтың тырышлығы менән райондың татар теле кабинеттары күргәҙмә материал менән тулыландырылды. Был күргәҙмә материалдар дәрестәрҙә ҡулланыла һәм туған тел уҡытыуҙа оло ярҙам булып тора. Районыбыҙҙың туған тел уҡытыусылары республика кимәлендә ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмай: 14 декабр ҙә Башҡорт теле көнө, сентябрь һәм апрель айҙарында үткәрелгән Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көндәре, 21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнө, башҡорт теленән Халыҡ ара диктант яҙыу кеүек сараларҙы юғары кимәлдә үткәрә. Был саралар төрлө социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртып барылыуы менән отошло. Сәмле уҡыусылар билдәләнгән хештегтар ярҙа мында тиҫтерҙәренең эше менән таныша, үҙ эшен баһалай һәм киләсәккә маҡсаттар ҡуя ала. Шулай уҡ интернет селтәрендәге төрлө ҡушымталар ярҙамында туған телдәрҙә матур асылмалар, видеояҙмалар әҙерләгән, вайндар төшөргән йәш быуынға нисек һоҡланмайһың инде! Ошо шөғөлдәре менән улар телебеҙҙе үҫтереү йүнәлешендә ҙур эштәр башҡаралар. Туған тел уҡытыусылары ныҡлы һәм төплө белем биреү өсөн бар көстәрен һалалар. “Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан”, – тигәндәй, эш һөҙөмтәләребеҙ ҙә насар түгел. Регион-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында Гөлфая Фәхруллина, Альмира Ғимазова, Гүзәл Саҙретдинова, Светлана Фәйзрахманованың уҡыусылары һынатмай. Шулай уҡ уҡыусыларыбыҙ республика,регион-ара, халыҡ-ара кимәлдәге татар теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында ла йылдан йыл призлы урындар яулай. Быйылғы уҡыу йылында Илмера Ахунова, Айгөл Фәтхуллина, Илиза Ялалова уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләргә ирештеләр. Уҡыусыларыбыҙ республи кала үткәрелгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсынан да ситтә ҡалмай. Әйткәндәй, был мәртәбәле конкурстың гранпри эйәләре исемлегендә ике Илеш уҡыусыһы булыуы артабан да һөҙөмтәле эшләр өсөн дәрт-ҡеүәт өҫтәй. Бөгөнгө көндә уларға алмашҡа йәш сәсәндәр үҫеп килеүе лә – шатлыҡлы күренеш. Һуңғы йылдарҙа был конкурста Ябалаҡ урта мәктәбенән Лилиана Зөфәр ҡыҙы Әһәлиева һәм Иҫке Ҡырғыҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы Зәлифә Даниф ҡыҙы Рамаҙанова йәш сәсәндәре әҙерләүгә күп көс һала һәм уҡыусылары, әүҙем ҡатнашып, республиканың зона этабында үткән конкурста призлы урын дар яулайҙар. Республика кимәлендә үткәрелгән һәр конкурста призлы урындар яулаусылар рәтендә Илеш районы уҡыусыһы булмай ҡалмай. Туған телде өйрәтеүгә, төрлө кимәлдә үткән ижади конкурстарға әҙерләүгә күп көсһалған уҡытыусылар бихисап. Атап әйткәндә, Р.Р. Хәҙимуллина (Бишҡурай мәктәбе), С.Х. Исламғәлиева, С.Х. Фәйзрахманова (гимназия), Г.А. Фәхруллина (Т. Рахманов ис.мәк.), Ф.Ф. Камалова, Г.Р. Ғәлләмова, Ф.А. Сафина (4 се мәктәп), Л.Р. Сәхибгәрәева (лицей), Г.М. Саҙретдинова (Ишҡар), И.Г. Ахунова (Базыта маҡ), А.Ф. Ғимазова (Үрмәт), А.Ф Мөсәлләмова (Ҡарабаш) һәм башҡа уҡытыусылар һәләтле балалар үҫтереүгә күп көс һала. Туған тел һәм әҙәбиәт уҡы тыусылары уҡытыу-методик базаны камиллаштырыу йүнәле шендә эшләй, педагогик оҫталыҡтарын шымарталар. Туған тел уҡытыусыһының абруйын һәм һөнәри компетентлығын күтәреүҙә йыл һайын уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” муниципаль конкурсы ҙур роль уйнай. Туған тел уҡытыусылары республика этабында ла уңышлы ғына сығыш яһап,уңыштарға ирешәләр. Әйткәндәй, туған тел уҡытыусылары араһында үткән республика “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында Иҫке Күктау урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Ғәлиуллина ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте һәм конкурстың лауреаты булды. Бөгөн туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары алдында туған телендә матур итеп аралашыусы, милләте, уның үткәне һәм бөгөнгөһө менән ғорурланыусы, киләсәге тураһында ҡайғыртыусы, үҙ аллы фекер йөрөтөүсе шәхес тәрбиәләү бурысы тора. Уҡыусыларҙа әсә телен өйрә неүгә ҡыҙыҡһыныу, ғөрөф-ғәҙәт тәргә, йолаларға мөхәббәттәр биәләү дәрестәрҙә генә түгел, дәрестән тыш сараларҙа ла дауам ителә. Мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған телдәр аҙналыҡтары сиктәрендә төрлө саралар үткәрелә. Был эштә уҡытыусылар һәм уҡыусылар ғына түгел,ә ата-әсәләр, райондың ағинәйҙәр ойошмаһы, өләсәй-олатайҙар, ауыл китап- ханаһында эшләүсе китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерә. “БР халыктары телдәре турында”ғы законды – тормошка! Быйылғы уҡыу йылында башҡорт шағиры, драматург, журналист, Башҡортостан Республикаһының Шәйхейзада Бабич ис. йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина етәкселегендә бер төркөм яҙыусылар, шағирҙар менән үткән осрашыуға күрше райондарҙан да уҡыусылар килде. Осрашыу барышында ҡунаҡтар үҙ ижад емештәре менән таныштырҙы. Уҡыусылар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙеләр. Яҙыусылар менән осрашыуҙан һуң ижад менән ҡыҙыҡһынған, үҙҙәре лә шиғырҙар яҙып ҡарарға теләге уянған уҡыусыларҙың һаны артҡанына шигем юҡ, сөнки район да үткән ижади эштәр конкурс тарында ҡатнашыусылар күбәйҙе. Түбәнге Йәркәй лицейы базаһында Рәсәй Федерацияның мәғариф алдынғыһы, ветеран уҡытыусы Ғәлимә Ғәлиева, Башҡортостандң атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсидә Мостафина “Башҡорт халыҡ йырҙары” темаһы буйынса үткәргән тематик дәрестә уҡыусылар ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындарған һорауҙарын бирҙе, яңы мәғлүмәттәр алды. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияның мәғариф алдынғыһы, ветеран- уҡытыусы,өс китап авторы Фәнә Әнеүәр ҡыҙы Минһажева менән булған шиғри-әҙәби осрашыу (Үрге Йәркәй беренсе гимназияһы, Түбәнге Йәркәй лицейы) уҡыусылар күңелендә йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Шулай уҡ районда эшләп килгән “Балҡыш” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзалары – районыбыҙҙа йәшәп ижад иткән шағирҙар, яҙыусылар менән дә мәктәп коллективтары тығыҙ элемтәлә эш алып бара, осрашыуҙар ойош тороп торалар. Киләсәктә лә берҙәмлектә эшләрбеҙ,тип ыша нам. Уҡытыусының бөгөнгө йәмғиәт тә роле ябай түгел: ул – рухи көстө нығытыусы. Хәҙерге заман дың яңы мәғлүмәти саралар һәм яңынан-яңы технологиялар менән тулған икһеҙ-сикһеҙ даръяһында йәш быуын юғалып ҡалмаһын, тамырынан айырылып, аяуһыҙ тулҡындарҙа сайҡалмаһын өсөн Илеш районының мәғариф өл кәһендә эшләгән һәр хеҙмәткәр үҙ өлөшөн индерә,көс һала һәм киләсәктә оло маҡсаттар тормошҡа ашыр һәм өмөттәр аҡланыр, эш һөҙөмтәләре үҙ емештәрен бирер,тип ышанам.

Автор: Зинфира Минһажева, район мәғариф идараһының мәғлүмәти методик кабинеты мөҙире.
Читайте нас