Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Март , 09:30

Йәшәүҙен ҡәҙерен белеп

Һәр ауылдың йөҙө — уның кешеләре. Ә тырыш, татыу, хеҙмәт һөйөүсән ғаиләләр иһә теләһә ҡайһы ауылдың төп терәге булды һәм буласаҡ. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсының зона этабында икенсе урынды яулаған Иҫке Байыш ауылында ғүмер кисереүсе Ғәҙелшиндар ҙа ана шундайҙарҙан.

Йәшәүҙен  ҡәҙерен белеп
Йәшәүҙен ҡәҙерен белеп

 Илвир һәм Розалиә бербере һен бала саҡтан уҡ беләләр, икеһе лә бер ауылда үҫкәндәр бит. Моғайын, шуға күрәлер ҙә уларҙың тормошҡа ҡараштары ла, һөйләгән һүҙҙәре лә уртаҡ. Ғаилә башлығы кескәй саҡтан уҡ ауыл хеҙмәтенә күнеккән. Аҡыллы һәм маҡсатсан егет мәктәпте тамамлағас, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә, армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Оҙаҡ йылдар тикшереү изоляторында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Хәләле итеп Розалиәне ул йәш сағында уҡ һайлаған һәм инде ике тиҫтә йыл буйына уныһы уның ышаныслы таянысы булып тора. Розалиә Айрат ҡыҙының тормошо ла шулай уҡ тыуған ере менән тығыз бәйләнгән. Ул Хәйбулла районында донъяға килгән, әммә өс айлыҡ сағында уҡ ата-әсәһе менән Дүртөйлө районының Әкәнәй ауылына күсенгәндәр. Ғаиләлә биш бала араһында иң өлкәне булараҡ, ул яуаплылыҡҡа иртә өйрәнә. Урта белем алғас, Розалиә Кушнаренко педагогия училищеһы на «башланғыс синыфтар уҡытыусыһы» белгеслегенә уҡырга инә. Хеҙмәт юлын Миңеште ауылында башлап, бөгөн һөнәренә тоғро ҡалып, Иҫке Байыш мәктәбендә балаларҙы белем донъяһына әйҙәп алып бара. Эшенән һәм ғаиләһенән айырылмайынса, юғары укыу йортон тамамлай. Ғәҙелшиндарҙың төп байлығы һәм ғорурлығы — уларҙың өс ҡыҙы. “Алма ағасынан алыҫ төшмәй”, тиҙәр – балалары ла үҙҙәре кеүек аҡыллы, уңган, тәртипле. Өлкәндәре Азалия инде Өфөлә йәшәй һәм 6нсы ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Уртансыһы Илиана, апаһы эҙҙәре буйлап китеп, шулай уҡ медицина хеҙмәткәре һөнәрен үҙләштерә. Кескәй Камиләләре, 4нсе синыфта ғына булыуына ҡарамаҫтан, уҡыуҙағы һәм спорттағы уңыштары менән ата-әсәһен һөйөндөрөп үҫеп килә. Ғәҙелшиндар ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Улар шәхси хужалыктарында яҡшы ҡаралтылар төҙөгән, күпләп мал тыуар һәм ҡошҡорт аҫрай. Йәй һәм көҙ көндәрендә баҡсалары мул уңыш менән һөйөндөрә. “Ауыл ерендә үҙ көсөңә таянаһың, — тиҙәр ир менән ҡатын. – Тырышҡан кеше барыһына ла ирешә». Балалары ла кескәйҙән үк эшкә өйрәнгәндәр. Буш ваҡыттарын ғаилә актив һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы итеп үткәрә: ҡыштарын саңғыла һәм тимераяҡтарҙа шыуалар, ә оҙон кистәрендә шахматшашка уйнайҙар. Ә йәй көндәрендә Ғәҙелшиндар бөтәһе бергәлә шеп урманға еләккә һәм бәшмәккә йөрөй. “Ағас – япрағы, кеше – ғаилә һе менән матур”, — тиҙәр. Илвир һәм Розалиә үҙҙәрен бәхетле пар тип атарға хаҡлы: уларҙың ҡыҙҙары тәрбиәле һәм белемле. Аллаға шөкөр, ике яҡтан да ата әсәләре лә иҫәнһау – тимәк, улар ҡайғыртыусан балалар ҙа әле. Ғаилә ул – йылы усаҡ һыман: мөнәсәбәттәр нығыған һайын, уларҙан килгән йылылыҡ көслөрәк була бара. Ғәҙелшиндар был йылыны бербереһе һәм яҡындары менән йомарт уртаҡлашалар һәм уларҙың ҙур бәхетелә шунда. Йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, тормоштоң йәмен күреп, ауылдаштарына үрнәк булып ғүмер кисерә улар.

Йәшәүҙен  ҡәҙерен белеп
Йәшәүҙен  ҡәҙерен белеп
Йәшәүҙен  ҡәҙерен белеп
Йәшәүҙен ҡәҙерен белеп
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас