Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Март , 11:35

Маҡтаулы исемгә лайыҡ

Сәйет ауылы клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Әнеүәриә Ибәтова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

Маҡтаулы исемгә лайыҡ
Маҡтаулы исемгә лайыҡ

 

Әнеүәриә Мәғрүф ҡыҙының бөтөн ғүмере мәҙәниәт һәм ижад менән бергә үрелгән. Ул – ауыл һәм район күләмендәге сараларҙы оҫта ойоштороусы талантлы шәхес, матур шиғырҙар авторы. Уларҙың күбеһе билдәле артистар башҡарыуындағы йырҙарға әйләнде. Үҙе лә ижад иткән әҫәрҙәрен, бар күңелен биреп, тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итә.

Уның  етәкселегендәге фольклор коллективы күңелгә ятышлы репертуар туплай алды, шуға ла районыбыҙҙың тамашасылары һәр ваҡыт уларҙы ихлас ҡабул итә.

Әнеүәриә ханым – ауылдағы игелекле ғәмәлдәрҙе башлап йөрөүсе, яҡташтары өсөн кәңәшсе лә, беренсе ярҙамсы ла, йәштәргә ғөрөф-ғәҙәттәр һәм әхләҡи ҡиммәттәрҙе тапшырыуса. Уны ауыл старостаһы итеп осраҡлы ғына һайлап ҡуймағандар: ул бында йәшәүселәрҙе хакимиәт менән бәйләп тороусы яуаплы кешеләрҙең береһе.

 Лайыҡлы бүләккә эйә булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади уңыштар, яратҡан эшенән илһам һәм рухи ҡәнәғәтлек алып йәшәүен теләйбеҙ!

Автор: Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас