1986 йылда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлап, бына ҡырҡ йыл инде фиҙаҡәрлек менән эшенә хеҙмәт итә. Өҫтәүенә райондағы ин боронғо мәҙәниәт йортонда эшләүенә ихлас ғорурлана. Оҙаҡ йылдар дауа мында тәжрибәле ойоштороусы булараҡ, ул талантлы кешеләрҙең берләшеүенә ярҙам итә, мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү өсөн шарттар тыуҙыра. Уның етәкселегендә «Балҡыш» татар халыҡ театры, «Көмөш телдәр» халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле, «Сөмбөл» фольклор коллективы, «Ләйсән» вокаль коллективы ойоша һәм бөгөн дә актив эшләп килә. Үткән йылда «Балҡыш» ансамбле «халыҡ» исемен тағын бер мәртәбә раҫланы. Әлеге коллективтар Иҫке Ғүмәр ауылы мәҙәниәт йортоноң визит карточкаһы булып тора: конкурстарҙа, фестивалдәрҙә һәм тамашаларҙа даими ҡатнашып, бүләкле урындар яулайҙар. Минзилә Сәғит ҡыҙы ауылдағы юбилярҙар һәм оҙон ғүмерле яҡташтарыбыҙҙы өйҙәренә барып ҡотлау традицияһын башлап ебәрҙе. Шулай уҡ халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү һәм махсус хәрби операция үткәреү төбәгендәге хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам туплау буйынса актив эш алып бара. Барлыҡ сараларҙа ла ул ойоштороусы ғына түгел, ә баянда виртуоз уйнап, аккомпаниатор ролен дә башҡара. Яҙмам геройы халыҡты мәҙәни берләштереү һәм ауылда рухи берҙәмлекте нығытыуға ҙур көс һала. Уның тырышлығы менән ауыл мәҙәниәт йорто ауыл халҡының ижади һәләтен үҫтереү үҙәгенә генә түгел, ә ижтимағи һәм мәҙәни тормош усағына, аралашыу урынына әүерелде. М. Ғүмәрованың хеҙмәте, таланты һәм инициативалылығы лайыҡлы баһаланды. Мәҙәниәт үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн ул Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Һәүәҫкәр сәнғәт ижадын үҫтереү өлкәһендә күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшсәнлеге һәм район дың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашыуы өсөн эшсәнлеге район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы» төбәк ижтимағи ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһында Бөтә донъя татар конгресы һәм Башҡортостан Рес публикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар берлегенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бынан тыш, ул район гәзитенең актив ауыл хәбәрсеһе лә. Һөнәри байрам алдынан Минзилә Сәғит ҡыҙы йөҙөндә беҙ барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәт кәрҙәрен ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ҡыйыу идеялар һәм проекттарығыҙҙы башҡарып сығыуға һүнмәҫ илһам һәм яратҡан эшегеҙҙә үҫешеүегеҙҙе, ныҡлы сәләмәтлек, актив тормош позицияһын һаҡларға көс, күтәренке кәйеф һәм дәрт-дарман юлдаш булыуын теләйбеҙ.