САРМАНАЙ
+6 °С
Облачно
Төрлөһөнән
30 Марта , 04:35

Хеҙмәттә табылған бәхет

Ауыл хужалығы тармағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла үҙ иңдәрендә күтәреп сыға алған ауыл уңғандарға таяна. Уларҙың намыҫлы хеҙмәте арҡаһында бөгөн хужалыҡтар эшләй һәм йәшәй бирә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәттә табылған  бәхетХеҙмәттә табылған  бәхет
Хеҙмәттә табылған бәхет

Бында терлекселәр ҙә, һауынсылар ҙа үҙ бурыстарына намыҫ менән ҡарап эшләй. Рита Шәйхетдинова – Йонно һөтсөлөк ферма һында оҙаҡ йылдар эшләп, юғары күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәткәр. Һауын аппараттары ҡулланылһа ла, ҡул хеҙмәтенән башҡа барыбер булмай. Һауын яйланмаларын әҙерләргә, стакандарын кейҙерергә һәм һалдырырға кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәшәҡәте күп. Эш урынын, һауын механизмдарын таҙа һаҡлау ҙа мотлаҡ. Рита Әхтәм ҡыҙы үҙ һөнәренә яуаплы ҡарап, яратып башҡара. Хеҙмәтендә ирешкән уңыштары баһаланып, уңған һауынсы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан муниципаль район хакимиәтенең Дипломына һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.

Автор:Үҙ хәБәрсеБеҙ.
Читайте нас