Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март , 16:00

Ике булдыҡлы йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә

Ауыл үҙенең тырыш кешеләре менән дан тота. Татыу ғаилә — бәхетле ғаилә, тиҙәр. Дөрөҫ һүҙҙәр. Бары бер-береңде ихтирам итеү, ҡәҙерен белеү генә ғаиләне берҙәм һәм бөтөн итә. ә татыулыҡ, әлбиттә, бәхеткә юл яра. Районыбыҙҙа һоҡланғыс ғаиләләр күп.

Ике булдыҡлы йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә
Ике булдыҡлы йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә

Яңы Күктау ауылында ғүмер кисереүсе Илиза һәм Рәфис Мослоховтарҙы районда белмәгән кеше юҡтыр. Тырыш, уңған, барыһына үҙ хеҙмәттәре, көстәре менән ирешкән был ғаилә оло ихтирамға лайыҡ. Илиза Фәнил ҡыҙы — Иштирәк ауылы һылыуы. Әрйеүҙә һәм Фәнил Ғәлләмовтарҙың татыу ғаиләһендә хеҙмәт һөйөп үҫә. Башҡортостан дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем ала. Бишенсе курста уҡығанда киске мәктәптә эшләй. Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын Октябрьский ҡалаһында һөнәре буйынса башлай. Арытаба Иштирәк төп мәктәбендә уҡыусыларға туған тел һәм әҙәбиәтенән белем бирә. 2021 йылдан Башҡортостан аграр-технология колледжында балаларҙы башҡорт телен уҡыта. Дәрестәрҙә һәр баланың күңеленә үтеп инеп, телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан төрлө алымдар ҡулланыу отошло икәнен билдәләй уҡытыусы. Дәрестәрҙе уйын формаһында үткәреү, күргәҙмә әсбаптар ҡулланыу, материалды тормоштағы күренештәр менән бәйләп аңлатыу дәрескә һәм, ғөмүмән, уҡыу-уҡытыу процесына ҡыҙыҡ- һыныу уята, тигән фекерҙә уҡытыусы. Башҡорт халҡының бөйөк шәхестәре һәм әҙиптәре тураһында китаптағы белешмәләрҙән тыш, интернет селтәренән киң файҙалана ул. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр дәрестәрен тағыла йәнлерәк итә. Илиза Фәнил ҡыҙы принципиаллеге, ғәҙеллеге менән айырыла. Уҡыу сыларҙың тәртипле булыуҙарына иғтибарын йүнәлтә. Тәртип булғанда ғына уңышҡа ирешеп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып хәл итә мөғәллимә. Илиза Фәнил ҡыҙы оҙаҡ йылдар Ҡарабаш ауыл Советы депутаты булып тора һәм халыҡты борсоған һорауҙарҙың сиселешенә үҙ өлөшөн индерә. Ғаилә башлығы Яңы Күктау ауылында Вәсилә һәм Фәүәрис Мослоховтарҙың тырыш ғаиләһендә донъяға килгән. Өс ҡыҙ араһында бер генә малай була ул. Шул рәүешле, кескәйҙән атаһының уң ҡулы булып, хеҙмәттә сынығып үҫә. Үрге Йәркәйҙәге 86-сы лицейҙа (хәҙерге Башҡортостан аграр-технология колледжы) тракторсы-машинист, ауыл хужалығы мастеры, фермер-арендатор белгеслектәрен үҙләштерә. Мурманск өлкәһендәге Североморск ҡалаһында диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына ҡайта. Илеш майсыр заводында оператор булып эшләй башлай. Арытаба «Башнефтегеофизика» йәм ғиәтендә тир түгә. 2020 йылдан тырыш егет Ф.Миңнебаевтың крәҫтиән-фермер хужалығында көс һала. Рәфис Фәүәрис улы "МТЗ-82" тракторын хеҙмәтләндерә. Механизаторҙарҙың хеҙмәте – үтәлә яуаплы, ауыр эштәрҙең береһе. Тыуған еренә намыҫ менән хеҙмәт иткән Р. Мослохов иң ҙур рәхмәт һүҙҙәренә һәм маҡтау-хөрмәттәргә лайыҡ. Иртә яҙҙан ҡара көҙ гәсә механизаторҙың көндө төнгә ялғап эшләгән ваҡыттары аҙ булмай. Хөрмәтле һәм ғүмерен файҙалы хеҙмәткә бағышлаған үҙ һөнәренең оҫтаһы, ниндәй генә техникаға ултырһала, уны биш бармағы кеүек белә. Эшен дә бөхтәлеге, теүәллеге менән айырылып тора. Шул рәүешле хеҙмәттәштәре араһында абруй яулаған. Илиза менән Рәфис – тистерҙәр, бер ни тиклем осрашып йөрөгәс, ике йәш йөрәк ҡауыша. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 27 йыл тула. Мослоховтар өс ир балаға ғүмер бүләк итәләр һәм үҙҙәре үрнәгендә тәрбиәләйҙәр. Улдары Денис Өфө яғыулыҡ-техник колледжын уңышлы тамамлап, юл төҙөлө шөтармағында мастер булып эшләй. Динар Кушнаренко про филле колледжында уҡып, ҡыҙыл дипломға эйә була һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетын да белем алыуын дауам итә. Дамир Үрге Йәркәйҙәге Т.Рахманов ис. урта мәктәптә 8-се класта белем ала. Ул "Аҡбуҙат" үрнәкле хореография ансам блендә шөғөлләнә. Татыу ғаилә 2009 йылда ҙур, матур йорт төҙөп инә. Улар йәшәгән урамға килеп инеү менән бында булдыҡлы кешеләр йәшәүен күрһәтеп, өйҙәре әллә ҡайҙан уҡ балҡып, үҙенә тартып ултыра. Бар ерҙәре төҙөк, һәр нәмә үҙ урынында, өй тирәһендә тәртип, бөхтәлек күҙгә ташлана. Был матур пар йәшәү мәғәнәһен аңлап, тормоштоң ҡәҙерен белеп, тирә-йүндәгеләргә өлгө булып торалар. Оҫта ҡуллы ғаиләнең баҡса һында ниндәй генә емеш-еләк ағастары, йәшелсәләр үҫмәй. Иртә яҙҙан йорт алдары сәскәләргә күмелә. Ә тәҙрә төбөн дә үҫеп ултырған матур, сағыу сәскәле гөлдәр өй эсен йәмләй. Балалары ла ата-әсәләренә һәр ваҡыт ярҙамлашып тора. Күпләп мал-тыуар ҙа аҫрай ҙар, ҡош-ҡорт та үрсетәләр.–Ауыл ерендә йәшәгәс, мал һыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Һыйыр малдары, һарыҡтар, ҡош-ҡорт та аҫрайбыҙ. Тырышҡан кешегә юл асыҡ. Бары тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, – тип әйтә улар бер ауыҙҙан. Бөгөн ауылда көн итеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Әммә быға ирешеү ҙур тырышлыҡ, көс, хеҙмәт һөйөү һәм сабырлыҡ һорай. Мослоховтарҙа был сифаттарҙың барыһы да бар. Улар бергә йәшәлгән һәр көндөң ҡәҙерен белә һәм бының өсөн яҙмыштарына рәхмәтле. Илиза менән Рәфис бал ҡорттары кеүек, бик иртә тора, хужалыҡтағы бар мәшәҡәттәрҙе бергә башҡарып, эшкә ашығалар.–Ғаиләләге үҙ-ара мөнәсә бәттәр бер-береңә һөйөү, ышаныс, аңлашыуға нигеҙләнә. Шул осраҡта ғына ғаиләлә һәр бер кеше бәхетле була ала, – ти улар. Эйе, ысынлап та, бында бер береңә ихтирам, һөйөү күҙгә ташлана. Һәр эште бергә кә ңәшләшеп башҡара улар. Шуға күрә лә тормоштары ла матур, күптәр һоҡланырлыҡ. Киләсәктә лә уңыштар, һаулыҡ ҡына теләй һе килә был үрнәкле ғаиләгә.

Автор: Лира   Гәрәева
Читайте нас