Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Март , 10:05

Көмөш сылбыр менән бәйләнгән

Уҙған айҙа Иҫке Байышта «Айыҡ ауыл» республика конкурсының төбәк этабы ҡыҫаларында «Быуындарҙың көмөш сылбыры» тигән осрашыу уҙҙы.

Көмөш сылбыр менән бәйләнгән
Көмөш сылбыр менән бәйләнгән

Ауыл өсөн әһәмиәтле был сарала район башлығы хакимиәте Риф Йосопов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Фәрит Ғүмәров, Альберт Дәүләтбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Розалиә Солтангәрәева, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров республикабыҙҙың көс экстримы федерацияһы президенты Денис Ваһапов ҡатнашты. Тәүҙә байыштар ҡунаҡтарҙы ауыл риүәйәттәренә бәйле изге урын – Әүлиә тауы менән таныштырҙы. Унан һуң мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы майҙансыҡта үҙешсән артистар Иҫке Байыш ауылының барлыҡҡа килеү тарихы тураһында театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Арытаба йәш егеттәр өсөн “Байыш батыры” бәйгеһе үтте, улар суҡмар сөйөү, йәйәнән уҡ атыу, бүрәнә этәреү, утын бысыу кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Был көндө легендар яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы Фидан Ғафаровҡа арналған музей мөйөшө асылыу байыштар өсөн әһәмиәтле ваҡиға булды. Уны булдырыуҙа артистың улы Азамат ярҙам иткән, атаһының яулаған бүләкләрен, шәхси әйберҙәрен ауылдаштарына тапшырған. Арытаба күркәм осрашыу тамаша залында дауам итте. Ауыл халҡы, Дүртөйлө колледжы студентары, инвалидтар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн интернат-йортта йәшәүселәрҙе берләштергән өс команда Иҫке Байыштың үткәне һәм бөгөнгөһөнә, атаҡлы шәхестәренә арналған интеллектуаль квизда ҡатнашты, белемдәрен тикшерҙе. Бынан тыш уйынсылар Башҡортостандың халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләт шиндың әҫәрҙәрен уҡыу, Фидан Ғафаровтың йырҙарын башҡарыуҙа ла оҫталыҡтарын күрһәтте. Сара барышында тамаша сылар “Өлгөлө башҡорт ғаилә һе” республика конкурсының зона этабында икенсе урын яулаған Ғәҙелшиндар ғаиләһе менән “Әүлиә тауы” тураһында видео яҙмалар ҙа ҡараны. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғүмәров актив йәмәғәт эшсәнлеге алып барған Мәүлимә Мөфтиева, Ирина Фазлыева, Лилиә Хәмиева, Рәмзиә Мәрһәмоваға Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Көн дауамында барған бәйгелә еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов бүләкләне. Иҫке Байыш халҡын яңы үрҙәргә, изге эштәргә илһамландырған был күркәм сара ауылдың гимнын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды. Быуындар берҙәмлеген һаҡлап килгән яҡташтарыбыҙға «Айыҡ ауыл» конкурсының республика эта бында уңыштар теләйбеҙ!

Көмөш сылбыр менән бәйләнгән
Көмөш сылбыр менән бәйләнгән
Көмөш сылбыр менән бәйләнгән
Көмөш сылбыр менән бәйләнгән
Көмөш сылбыр менән бәйләнгән
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас