Тап бына улар тормошобоҙға, яҙ кеүек, йылылыҡ, яҡтылыҡ, илһам өҫтәй. 8 март байрамы алдынан кешелектең гүзәл яртыһының йәмғиәт үҫешендәге өлөшө тура һында һөйләү ҡабул ителгән. Һәм был өлөш күптәнән инде йорт усағы менән генә сикләнмәй. Дүртөйлө районындағы етәксе ҡатын-ҡыҙҙар үҙ коллективтарын тырыш хеҙмәткә әйҙәй алыуҙары менән һис кенә лә ир аттарҙан ҡалышмай. Бының асыҡ бер миҫалы – яуаплылығы сикләнгән «Горшков» тоҡомсолоҡ заводы» йәмғиәтенең генеральный директоры, Рәсәйҙең (2023) һәм Башҡортостандың (2018) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Тәнзилә Рил ҡыҙы Иҙрисова. Ошо көндәрҙә уның фиҙаҡәр хеҙмәте сираттағы юғары баһаға лайыҡ булды: күкрәккә тағыла торған «Дүртөйлө районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән бүләкләнде. Тәнзилә Рил ҡыҙы 1966 йылдың 1 ғинуарында Гөлөк ауылын да тыуған. Өлкән бала булараҡ, ата-әсәһе колхоз эшендә саҡта йорт-ҡура, өс ҡустыһы өсөн яуаплылыҡ уның елкәһенә төшә. Кесе йәштән үк тырышлығын күреп, Рил ағай ҡыҙының башынан һыйпап, йыш ҡына: “Үҫеп еткәс, етәксе булыр был бала ҡайым”, – тип әйтеп ҡуя торған була. Йылдар үткәс, фаразы ысынға ашала. Мәктәпте тамамлағас, Аксен ауыл хужалығы техникумында уҡый. Буласаҡ ире Ғәбит ағай менән дә ошонда таныша. Ике һе лә “агроном-ойоштороусы” дипломын алғас, ғаилә ҡоралар һәм хеҙмәт эшсәнлектәрен Әл шәй районындағы БАССРҙың 50 йыллығы исемендәге совхозда башлап ебәрәләр. Ике йылдан һуң Дүртөйлө районына ҡайтып, “Россия” колхозына эшкә урынлашалар. Тәнзилә Рил ҡыҙы тиҫтә йыл эсендә һөнәри үҫештең бөтә баҫҡыстарын үтә: фермала ла боранттан алып баш зоотехник ҡа ҡәҙәр үҫә. 2005 йылда ул “Горшков” тоҡомсолоҡ заводы” йәмғиәтенә директор итеп тә ғәйенләнә. Хужалыҡты ҡабул иткәндә уныһы бурыстарға сумған була. Уны арытаба аяҡҡа баҫ тырыу бик ҡатмарлы булып тойолһа ла, ҡатын-ҡыҙ интуицияһы һәм лидерлыҡ сифаттары мөмкин булмағанды мөмкин итә. Өҫтәүенә, Тәнзилә Рил ҡыҙы был хужалыҡта күптәндән эшләгәс, ундағы һәр хеҙмәткәр менән яҡшы таныш. Уларҙа уның етәкселеккә ихлас күңел менән, бөтә һәләтен егеп тотонғанын кү реп, һәр башланғысын хуплап ҡаршы ала. Йылдар үткәс, күмәк, берҙәм эш үҙ емештәрен бирә. Бөгөнгө көндә “Горшков” тоҡомсолоҡ заводы” йәмғиәте — иҡтисади яҡтан тотороҡло предприятие, райондың ғына түгел, республиканың да ауыл хужалығы флагманы. Төп эшенән тыш, Тәнзилә Рил ҡыҙының иң ҙур бәхете – ул, әл биттә, ғаиләһе. Тормош иптәше менән Лиана һәм Лилиә исемле ҡыҙҙарға ғүмер биреп, һәй бәтләп тәрбиәләп үҫтерә улар. Тәнзилә исеме ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә «юғарынан иңдерелгән» тигәнде аңлата. Тырыш ханым уны тулыһынса аҡлай. Яҙмыш үҙе Дүртөйлө районына ғәжәйеп зирәк, көслө һәм илһамландырыусы кешене бүләк иткән буғай. Киләһе йылдарҙа уның ғаиләһенә һәм тоҡомсолоҡ заводы коллективына бары яңы уңыштар ғына килтерһен.