«Мир» йәмғиәтендә ремонт бригадаһы төҙөлөп, техниканы яҙғы баҫыу эштәренә үҙ ваҡытында төҙәтеп бөтөрөү өсөн ныҡлы эшсәнлек бара. Ҡыштың һуңғы айы тамамлана. Беренсе карашка, яҙ көнө баҫыуҙа эшкә керешәһе көндәр ҡайҙалыр алыҫта кеүек. Ләкин әҙерлек фронтындағы мәшәҡәттәр менән тәүге бураҙнаға төшкән көн еткәне һиҙелмәйҙә ҡала. Шул рәүешле игенселәр өсөн тынғыһыҙ көндәр башланды. Яңы уңышты ҡайғыртып орлоҡ, минераль ашламалар туплап ҡуяһы бар. Һәм яҙғы баҫыу эштәрен еренә еткереп башҡарып сығырға техникаң төҙөк булырға тейеш. Юҡҡа ғына арбаны – ҡыштан, сананы – йәйҙән әҙерлә, тимәйҙәр. «Мир» йәмғиәтен дә әлеге әйтемде иҫтә тотоп эш ойошторғандар. «Мир» йәмғиәтенең Ҡарабаш машина-трактор мастерскойын да ремонт эштәре гөрләп бара. Икмәктең, ерҙең ҡәҙерен белгән ауылдың оҫта ҡуллы ир-егеттәреең һыҙғанып үҙ техникаларын ремонтлап бөтөрөргә бар көсөн һала. МТМла ике «Т-150» һәм «Кировец-739» тракторҙары төҙөкләндерелә. Әлеге ҡоросаттарҙы тырыш механизаторҙар Данил Вәлитов, Фикус Таһиров, Илфат Закиров әҙерләй. Кәтүктәр төҙәтелеп алғы һыҙыҡҡа ҡуйылған. Тырмалар, сәсеү агрегат тары ремонтына Рауил Шәйемов, Ильвир Шәйемов, Мөҙәрис Ғәниев йәлеп ителгән. Шулай уҡ ремонт эштәрендә Ҡарабаш машина-трактор мастерскойы мөдире Филүс Мостафин, слесарь Рәмил Әһәҙуллин, токарь Әҙип Шаморатов, иретеп йәбештереүселәр Фәйләс Шакиров менән Илгиз Халиков ҙур тырышлыҡ һала. Ремонтсылар техниканың деталдәрен һәм узелдарын тиҙ арала төҙәтергә кәрәк икән, шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, ял көндәрендә лә эшкә сыға. Йәмғиәт яҙғы баҫыу эштәренә ныҡлы әҙерлек менән килергә тейеш, тип билдәләй даими контролдә тотоусы йәмғиәт етәксеһе Раил Ғәниев.–Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау ойошҡан төҫтә бара. Иң мөһиме, эшсе көстәр бар. Оло йәштәге механизаторҙар ныҡ ярҙам итә. Уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Яҙын баҫыуға сығаһы техника ватылып ыҙаламаһын тиһәң, бөгөндән үк ҡайғыртырға кәрәк. Агрегаттар график нигеҙендә төҙөкләндерелә. Күп кенә техниканың яңы һәм заманса булыуы ремонт барышын байтаҡҡа еңеләйтә. Беренселәрҙән булып кәтүктәрҙе әҙерләп ҡуйҙыҡ, арытаба тырмаларға тотондоҡ. Шул уҡ ваҡытта сәсеү агрегаттары, культиваторҙарла көйләнә. Һәр агрегат, һәр техника тәғәйен механизаторҙарға беркетелгән. Ашламалар, яғыулыҡ-майлау атериалдарын туплауҙыла башланыҡ. Яҙғы баҫыу эштәре туҡтауһыҙ, ватылыуҙарһыҙ, иҫән-имен үтер, тип ышанып ҡалам, – тине ул. Хуҗалыҡ уңғандары алдында барлығы 6324 гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Уны юғары сифатлы һәм үҙ ваҡытында үтәп сығыр өсөн етәкселәр тарафынан бөтә шарттарҙа тыуҙырылған, механизаторҙарҙың кәйефтәре яҡшы, эштәре көйлө бара. Тимәк, нәтижәләрҙә юғары булыр, тип өмөтләнәбеҙ.–Төп иғтибарҙы эштең сифатына бирәбеҙ. Һәр төр агрегатты ремонтлағанда яҙ-көҙ был агрегат менән эшләйһе механизаторҙар үҙҙәре ҡатнаша. Алдан сараһын күргәндә генә баҫыу эштәре барышында ватылмайынса тир түгергә мөмкин булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Әлбиттә, баҫыуҙа техника тотҡарлыҡһыҙ эшләргә тейеш. Тейешенсәре монтланған техника яҙғы баҫыу эштәрендә ватылмаҫ, тигән өмөттә ҡалабыҙ, – ти йәмғиәттең тәжрибәле һәм маҡтаулы механизаторы Данил Вәлитов. Ул — Ҡарабаш ауылында тыуып-үҫеп, 40 йылға яҡын ғүмерен тыуған хужалығын үҫтереүгә бағышлаған ысын ер кешеһе. Алдан әйтелгәнсә, хужалыҡтың Токарь Әҙип Шаморатов Слесарь Рәмил әһәҙуллин водитель Рафиҡ Хәләпов машина-трактор паркында техника ремонтлау эштәре график ка ярашлы бара. Ул юғары сифатлы башҡарыла. Тимәк, яҙын баҫыуҙа техника төҙөкһөҙлө гөнә бәйле эш тотҡарланыуына юл ҡуйылмаясағына ышаныс бөгөндән үк күренеп тора. Күренеүенсә, мирҙар яуаплы һәм мөһим эш менән мәшғүл. Күҙ асып йомғансы яҙ етер һәм игенселәрҙе баҫыуға саҡырыр. Шулай булғас, техниканы әҙерләүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәрәк. Һанаулы көндәр тиҙ үтә. Шуғала февраль, март айҙарының техниканы ремонтлау буйынса хәл иткес осор икәнен һәр ерҙә аңлап эш итһендәр ине. Техника һы төҙөк булғандар ғына яландарға тыныс күңел менән сығасаҡ бит.