Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март , 09:35

Ғаилә - ул үҙе бер бейеү кеүек

2026- Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы

Ғаилә - ул  үҙе бер бейеү кеүек
Ғаилә - ул үҙе бер бейеү кеүек

Шундай ғаиләләр тураһында яҡташтарыбыҙ белһен өсөн уларҙың тормош юлдарын яҡтыртыу – беҙҙең, журналистарҙың төп бурысы. Бөгөн һүҙебез Дүртөйлөнән Ринат һәм Лиана Байморатов тар хаҡында булыр. Был йәш парҙың тарихы Стәрлетамактағы республика мәҙәниәт техникумында башланып китә. Береһе – Дүртөйлөлә, икенсеһе Саҡмағошта тыуған был кешеләр кесе йәштән үк сәхнәгә, айырыуса бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булып үҫә. Аллаһының рәхмәте, бар булмыштары менән бербереһенә тура килгәндәрҙе әлеге уҡыу йорто таныштыра һәм ҡауыштыра. Рәсми рәүештә үҙ яҙмыштарын улар 2007 йылдың 7 июлендә нығытыпта ҡуя. Һандар тылсымы менән генә түгел (07.07.07), ә уртаҡ шөғөлдәре, хыялмаҡсаттары, йәмғиәткә ҡараштары һөҙөмтәһендә мәңгелеккә вәғәҙә бирешәләр. Шунан бирле ир менән ҡатын тормошта ла, сәхнәлә лә айырылғыһыҙ. Бөгөнгө көндә Байморатовтарҙы, һис шикһеҙ, районыбыҙҙың мәҙәни тормошоноң йөрәге, тип әйтергә була. Икеһе лә район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт һала, Дүртөйлөләге бергенә мөһим сарала улар ҡатнашлығынан башҡа уҙмай, уларҙың һәр ваҡыт ваҡиғалар үҙәгендә. Төрлө милләт вәкилдәренең бейеүҙәрен башҡарған был ижади дуэт тамашасыларҙы көндәнкөн таң ҡалдыра, Дүртөйлө районы “Сөмбөл” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солистары була, ә ғаилә башлығы был ижад коллективының етәксеһе вазифаһын да башҡара. Йылдар үткәс, Ринат Миңнехәт улы ла, Лиана Радик ҡызы ла йәш быуында бейеүгә һөйөү уятыу маҡсатынан “Антре”, “Әмирхан” бейеү студияларын булдыра. Байморатовтарҙың ижади ғаиләһе, түңәрәктәренең сығыштары менән генә түгел, үҙҙәрелә төрлө конкурсфестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашып тора һәм төрлө кимәлдәге уңыштарға ирешә. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе2019” конкурсының төбәк этабында “Ғаилә – йолалар һаҡлаусы” номинацияһында улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Дипломы менән бүләкләнһә, уҙған йылда Октябрьский ҡалаһында уҙған “Алтын тирмә” төбәкара милли театрҙар фестивалендә “Театраль ғаилә” номинацияһында еңеү яуланылар. Ләкин Байморатовтар үҙҙәренең төп ҡазанышы итеп һөнәри уңыштарын түгел, ә йылы өй усаҡтарын һанай. Был ғаилә өс гүзәл балаға тормош бүләк итте. Ҡыҙҙары Әмирә менән улдары Әмирхан кескәйҙән үк ижадҡа ғашиҡтар. Уларҙың да бала саҡтан уҡ бейеүгә тартылыуҙары һис кенәлә ғәжәп түгел. 2025 йылда был ғаиләлә шатлыҡлы ваҡиға булды – кесе улдары Байраҫ доньяға килде. Ул да сәхнәнең нимә икәнен биләүҙән үк белә, аңлай буғай. Сабый тәүге айҙарынан алып сәхнә шаршауҙары арттарында йәшәй, талантлы ата-әсәһе та машасыларға үз сәнғәтен бүләк иткән арала алҡыштар һәм софитар яҡтыһына ул да эйәләшә бара. Байморатовтар ғаиләһе бизнес өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Уларҙың үҙ туйҙар ойоштороу агентлығы бар. Халыҡ өсөн төрлө тантаналарҙы биҙәү менән шөғөлләнеп, улар һәр проектҡа үҙҙәренең күңел йылыһын һалалар. “Ғаилә – ул үҙе бер бейеү кеүек”тигән һүҙҙәр улар өсөн девиз булып тора. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу, йөрәктәрҙең бер ритмда һуғыуы өс бала тәр биәләүҙе лә, мәҙәни эшсәнлек һәм бизнес алып барыуҙы берләштереп тора.

Ғаилә - ул  үҙе бер бейеү кеүек
Ғаилә - ул үҙе бер бейеү кеүек
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас