Районыбыҙҙың Иҫке Байыш ауылы быйыл республика күләмендәге “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнаша. Ошо уңайҙан биләмә халҡы төрлө мәҙәни, спорт, ижтимағи сараларҙы күпләп ойоштора. Шулар араһында иң иғтибарға лайыҡлыһы тип Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, яҡташтары Фәррәх Дәүләтшиндың тыуыуына 140 йыл тулыу алдынан “Фәррәх уҡыу ҙары”н атарға була. Фәррәх Дәүләтша улы Дәүләтшин 1887 йылдың 31 ғинуарында Иҫке Байыш ауыл биләмәһенә ҡараған Уртай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Сабый сағынан ул үкһеҙ етем ҡала, кулактарҙа бала ҡарап, көтөү көтөп тамағын туйҙыра. Үҫә төшкәс, Урал заводтарына эшкә сығып китә, төрлө заводфабрикаларҙа, урман хужалығында бил бөгә. 19131916 йылдарҙа «Аҡшишмә» тип аталған ҡағыҙ фабрикаһында эшләгән саҡта бәләгә тарый: парҡаҙаны шартлау арҡаһында күҙҙәре зарарлана. Тома һуҡыр булып, эшкә яраҡһыҙ хәлдә ҡалғас, тыуған ауылына ҡайта. Тыумыштан үткер һүҙле һәм зирәк аҡыллы булған Фәррәх, зәғифлегенә ҡарамай, тора бара йырҙар сығарыуға әүәҫләнеп китә, артабан инде, бәйеттәр әйтеп, үҙ төбәгендә халыҡ араһында йөрөй башлай, баҙарҙарҙа була, йыйындарҙа ҡатнаша. Йырҙарында һәм бәйеттәрендә ябай кешеләргә яҡын булған уйтойғоларҙы сағылдырыуы, уларҙың азат тормошҡа ынтылыуын һәм башҡа көндәлек теләктәрен һүрәтләүе арҡаһында тиҙ арала халыҡ араһында популярлыҡ яулай. “Һүҙ табыусы һуҡыр Фәррәх әңгәмәләре” исемле тәүге китабы 1928 йылда баҫылып сыға. Уның ижады совет ысынбарлығын романтик ҡабул итеү менән һуғарылған. “Ишембай”, “Стаханов тураһында йыр”, “Ғәлиә ҡыҙ бәйете” һәм башҡа әҫәрҙәрендә ул эшселәр һәм колхозсылар хеҙмәтен данлай. 1939 йылда икенсе китабы баҫылып сыҡҡас, Башкортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителә һәм башҡорт әҙәбиәтендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Фәррәх Дәүләтшин «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. 1944 йылда уға беренселәрҙән булып «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ә 1947 йылда инде өсөнсө “Сәсән кәңәштәре” китабы донья күрә. Фәррәх Дәүләтша улы 1956 йылдың 12 ғинуарында вафат була, Яңы Байыш ауылында ерләнә. Уның исеме Дүртөйлө ҡалаһындағы урамға бирелгән. Ә халыҡ сәсәненең тормошо һәм ижадына арналған “Фәррәх уҡыуҙары” районыбыҙҙа тәү тапкыр 1997 йылда үткәрелә. ҙары”н атарға була. Фәррәх Дәүләтша улы Дәү яҡын булған уйтойғоларҙы сайылдың 12 ғинуарында вафат була, Яңы Байыш ауылында Быйылғы был бәйге айырыуса киң колас йәйҙе. Дүртөйлө халҡынан тыш унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан, Мәскәү, СанктПетербург ҡалаларынан, хәтта Ҡазахстандан да видеояҙмалар ҡабул ителде. Дөйөм алғанда, 150нән артыҡ кеше Фәррәх Дәүләтшин шәхесенә битараф булмауын белдерҙе. Ҡатнашыусыларҙың йәш төрлөлөгө лә таң ҡалдыра: 4 йәшлек сабыйҙан алып 91 йәшлек хөрмәтле ағинәй Руза Кәшфи ҡыҙы Карамоваға ҡәҙәр. Ул үҙ сығышында Фәррәх Дәүләтшин менән осрашыуы тураһындағы баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм уға арналған шиғырын яттан һөйләне. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшылары тип табылған өс ҡатнашыусы ауыл биләмәһендәге сираттағы мәҙәни сарала ҡатнашып, оҫталыҡларын күрһәтәсәк. Был юлы уларҙы Башҡортостандың халыҡ сәсәне, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева үҙе баһалаясаҡ. Был турала гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҙарбыҙ. Ә әлегә бөйөк яҡташтары иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаусы иҫке байыштарға республика “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.