Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март , 09:30

Нур өҫтөнә нур өҫтәп

2026 – Башҡортостанда  Ҙур һәм татыу ғаилә йылы

Нур өҫтөнә нур өҫтәп
Нур өҫтөнә нур өҫтәп

Аҡкүҙ ауылының үрге осонда бик матур, нур сәсеп торған урам бар. Төҙөк йорттары, киң урамдары, асыҡ йөҙлө кешеләре менән үҙенә тартып тора ул. Бына шул урамға нур өҫтөнә нур өҫтәп, мул тормош менән көн итеүсе миңлеғоловтар ғаиләһе тураһында әлеге яҙмам. Ғаилә башлығы Роберт Үрге Йәркәйҙә Фәнүҙә һәм Фирҙәүис Миңлеғоловтарҙың өс балалы ғаиләһендә тыуып-үҫә. Тормош иптәше Эльза Аҡкүҙҙә Анфиса һәм Глүс Хәсәновтарҙың өс балалы ғаиләһендә донъяға килә. Икеһе лә бала саҡтан алып ата-әсәләренә йорт эштәрендә ярҙамлашып, хеҙмәт күнекмәләре алып үҫә. Йәшәү йәмен, эштең 2026 – Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тәмен татып үҫкән был икәүгә бер-береһен күреп, насиптары икәнен аңлау ҡыйын булмай. 2000 йылда гөрләтеп туй үткәреп, ғаилә ҡоралар. Роберт Үрге Йәркәйҙәге һөнәри училищела иретеп йәбеш тереүсе һөнәрен үҙләштерһә, Эльза шул уҡ уҡыу йортонда бухгалтер белгеслегенә эйә була. Улар икеһе лә “Сөн" хужалыгында хеҙмәт юлын башлай ҙар. Баштараҡ ҙур булмаған йортта көн итһәләр, өс улдары бер-бер артлы ғаиләне тулыландыра башлағас, төҙөлә генә башлаған өй һатып алалар. Уны заманса итеп төҙөп еткереп керәләр. 2000 йылда тыуған өлкән улдары Радим, Аҡкүҙ урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһында һөнәри белем алып, оҙаҡ йылдар газовик булып эшләй. Бөгөнгө көндә Татарстандың Алабуға ҡалаһындағы төҙөлөштә тир түгә. Армия хеҙмәтен Пенза, Чита ҡалаларында үтә. Ҡустыһы Радик та, атаһы юлынан китеп, иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Ульяновск, Екатеринбург ҡалаларында хәрби бурысын үтәп ҡайтып, эшкә урынлаша. Кинйәләре Нәркис Нефтекама ҡалаһындағы нефть колледжында белем ала. Роберт менән Эльза Миңлеғоловтар тырышлыҡтары, уңғанлыҡ тары менән ауылдаштарының хөрмәтен яуланы. Ғаилә башлы ғының ҡулынан килмәгән эш юҡ: иретеп йәбештереүме, төҙөлөш, балта эшеме, барыһынла ҡойоп һала. Ҡышҡылыҡта Өфөлә эшләһә, йәй көнө тыуған яғында хеҙмәт һала. Улар һәр саҡ ата әсәләренә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Буш ваҡыттарында ауылға ҡайтып, йорт эштәрендә ярҙамлашалар. Эльза ла һыната торғандарҙан түгел. Уның да ҡулдарынан гөлдәр тама. Йортоноң тәҙрә төптәрендәге гөлдәр йыл әйләнәһенә сәскә атып ултырһа, ишек алдында төрлө төҫтәге сәскәләр күҙҙең яуын ала. Аш-һыуға ла оҫта өлгөр хужабикә. Төрлө ҡамыр ризыҡтарын уңдырып бешереп, яҡындарын һыйлай. Мал-тыуар, ҡош-ҡортто күп итеп аҫрайҙар. Һөнәрен дә яратып башҡара Эльза Глүс ҡыҙы. Ул Аҡкүҙ ауылында социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Уның ҡарамағында ярҙамға мохтаж 14 өлкән быуын вәкиле иҫәпләнә. Һәр иртә урам буйлап йөрөп, хәлдәрен белеп, эштәрендә булышып ҡайта ул. Өлкәндәр уны көтөп алалар, биктә рәхмәтле улар. Киләсәктәлә Миңлеғоловтар уңыштарға, табыштарға ирешеп, ихтирамлы, күптәребеҙгә үрнәкле булып йәшәһендәр.

Автор: Әнфисә ШӘйемова. аҡкүҙ ауылы.
Читайте нас