Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Март , 10:50

Алдағы үҫеште күҙаллап

«Урал» йәмғиәте эшсәндәре үткән йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлап, нәтижәләрҙе анализлау, киләсәккә пландар билдәләү, алдынғыларҙы ҡотлау маҡсатында хисап йыйылышы үткәрҙе.

Алдағы үҫеште күҙаллап
Алдағы үҫеште күҙаллап

Йәмғиәттең генеральный директоры Елена Ибраһимова сығышында билдәләүенсә, хужалыҡта барлығы 70 эшсе иҫәпләнә. Уларға эш хаҡы ай һайын тотҡарлыҡһыҙ түләнеп барыла. Баҫыусылыҡ тармағына килгәндә, бөртөклө культуралар 1780 гектар майҙанда сәселеп, уларҙан һәр гектарынан уртаса 25 ц уңыш алынған, тулайым йыйым 44580 мең ц тәшкил иткән. Йәмғиәт етәкселеге ағым дағы сәсеү компанияһында сорттар яңыртыуға йөҙ тота. Орлоҡтар тупланған, ашламалар ҡайтарыла, яғыулыҡ-майлау материалдары, запасчастар туплау йүнәлешендә эшләйҙәр. Көҙҙән үк ерҙәр туңға һөрөлөп, 200 гектарҙа арыш, 100 ға бойҙай сәселгән. Йәмғиәт етәкселеге йылдың йылында машина-трактор паркын яңыртыуға ҙур тырышлыҡ һала. Уҙған йылда 57 млн. 146 мең һумлыҡ техника һәм тағылма инвентарҙар һатып алынған. Атап әйткәндә, ике урғыс,бер дискылы сәскес, «КРН-8.4» культиваторы, иген һәм мал аҙығы урыу комбайндары, ике «Беларусь» тракторы, өс еңел машина, бер «П6» ярымприцеп машина-техника паркын тулыландыра. Йылдың-йылында терлекселектә юғары хеҙмәт күрһәткес тәренә ирешәләр, сөнки тармаҡты үҫтереү өсөн хужалыҡта тейешле мөмкинлектәр булдырылған. Тоҡомсолоҡ эшсәнлеге тейешле юғарылығында ойош торолоп, шул рәүешле үткән осорҙа 30206 ц тулайым һөт етештерелеп, ул һәр һыйырға 6865 кг тура килә. Бөгөнгө көндә малҡышлатыу уңышлы бара, йәмғиәт буйынса 8 тоннаға яҡын һөт һатыла. Күрһәткестәрҙе арттырыуға операторҙарҙың тырыш хеҙмәте арҡаһында ирешелә. Ит етештереүҙәлә һынатмай ҙар. Уның дөйөм күләме 1701 ц булып, һәр малдан 731 грамм уртаса тәүлеклек артым алынған. Малсылыҡ тармағының үҫеше туранан-тура мал аҙығын етерлек күләмдә әҙерләүгә бәйле. Был йәһәттән бында ныҡлы аҙыҡ түлек запасы булдырылған, ул һәр шартлы мал башына 35-40 ц тура килә. Йыйылышта баш агроном Айрат Исмәғилов баҫыусылыҡ буйынса эшсәнлеккә анализ яһаны. Район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Рәмил Мостафин үҙ сығышында уртаса район күрһәткестәренә туҡталды, «Урал» йәмғиәтенең эшсәнлегенә ыңғай баһа бирҙе һәм терлексе Азат Ямалиевҡа Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәтен, Илдус Ямалиевҡа, механизатор Эдуард Фәррәховҡа – муниципаль район хакимиәтенең, ырҙын табағы эшсеһе Ринат Ғәлиевҡа, мал ҡараусы Азат Харрасовҡа район ауыл хужалығы идара һының Почет грамоталарын тапшырҙы. Шулай уҡ юғары етештереү күрһәткестәренә ирешкән бер төркөм алдынғылар аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Алдағы үҫеште күҙаллап
Алдағы үҫеште күҙаллап
Автор: Лира   Гәрәева
Читайте нас