Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Февраль , 09:51

Ғорурлыҡ хистәре менән

Февраль – Дүртөйлө районында быуындар араһында һүҙ көсө менән быуындар бәйләнеше айырыуса асыҡ сағыла торған ай.

Ғорурлыҡ хистәре менән
Ғорурлыҡ хистәре менән

Ул билдәле яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын үткән Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжминең иҫтәлеге билдәһе аҫтында уҙа. Иң тәүҙә тыуған көнөндә шағир һәйкәле эргәһенә уның ижадын һөйөүселәр йыйылды. Һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, скверға район хакимиәте, предприятиелар, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре, һуғышсан хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, шағир исемен йөртөүсе башҡорт гимназияһы уҡыусылары, коллледж студенттары килгәйне. Район хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, Назар Нәжми мираҫының бөтә республиканың мәҙәни тормошоноң нигеҙ ташы булыуын аҫһыҙыкланы. «Беҙ яҡташыбыҙ менән лайыҡлы ғорурланабыҙ. Уның күп ҡырлы таланты мәңгелеккә башҡорт һәм татар әҙәбиәттәренең алтын фондына инеп ҡалды. Нәжминең кешеләргә һәм тыуған еребеҙгә мөхәббәт менән һу ғарылған әҫәрҙәре бөгөнгө көндәлә актуаль һәм һәр кемдең күңеленә үтеп керә», — тип билдәләп үтте ул. Арытаба «Тулкын» әҙәби ижад берләшмәһе ағзалары үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡып, осрашыуға шиғри атмосфера өҫтәне. Митинг һәйкәл алдына сәскәләр һалыу менән тамамланды. Тантаналы сара кис район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында Назар Нәжми исемендәге район премияһын тапшырыу ойошторолдо. Быйыл уға башҡорт гимназияһы директоры, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйенова, Дүртөйлө татар драма һәм комедия театрының сәнғәт етәксеһе, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Хәмитйән улы Ғилманов, шулай ук район мәҙәниәт йортоноң РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөфәр Солтанов исемендәге халыҡ театры лайыҡ булды. Был кисәлә әлеге ижад коллективы Назар Нәжми пьесаһы буйынса «Гармунсы дуҫ» спектаклен тәҡдим итте. Әйтергә кәрәк, был спектакль менән улар уҙған сезонда “Алтын тирмә” (Октябрьский ҡ.), “Иҙел-йорт” (Ҡазан ҡ.) төбәк ара фестивалдәрҙә Гранпри яулағайны. Үҙешсән артистарыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт кәре Нәзилә Нуриәхмәтова, Илмира Ғатауллина, Эльза Әхмәҙиева, Марсель Хөсәйенов, Денис Мансуров, Анфиса Дәүләтдинова, Ринат һәм Лиана Байморатовтар тамашасыларға мәңгелек ҡиммәттәр тураһында уйланырға мәжбүр итеүсе тарихтың тәрәнлеген тойорға мөмкинлек бирҙе. Шулай итеп, Хәтер көнө ижад байрамына әүерелде. Назар Нәжминең шиғриәте, драматургияһының яҡтыһы яҡташтарының йөрәктәрен йылытыуын һаманда дауам итә. Һүҙ уңайынан: Был көндө Дүртөйлө ҡалаһында Назар Нәжми исемендәге район поэзия конкурс-фестивале уҙғарылды. Уның еңеүсеһе тип Иванай ауылынан Марат Рәжәпов табылды. Яҡташы быҙҙың уңышҡа ирешкән шиғырын һеҙгәлә тәҡдим итәбеҙ.

ЯУГиР шағиРға

Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ...

(Назар Нәжми).

Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ...

Мин дә үттем унан күп тапҡыр.

Ул үткәндә юлдар асфальт түгел ине,

Тауҙар юлы булмай ул таҡыр.

Шул яҡтарҙа иген үҫтергәндә

Бик йыш күҙ алдына килтерҙем:

Биштәр аҫҡан шағир урман аша

Йырлап йәйәү тауҙар кисерҙең.

Гел йәмле көн булмаҫ, булғандыр ул

Боҙло ямғыр, һыуыҡ сатлама.

Ауыр юлды еңеләйтер өсөн

Йырлаған ул илар саҡта ла.

Сөнки уны һуғыш сыныҡтырған,

Дошмандарҙы еңгән яуҙарҙа.

Матур тормош күреп йырлаған ул

Тыуған яғындағы тауҙарҙа.

Йәмле тәбиғәттә йәйәү йөрөп,

Моңға үреп яҙған шиғырҙы.

Шуға күрә бик күп матур йырҙар

Бөйөк иткән яуғир шағирҙы.

Марат РәжәпоВ

Ғорурлыҡ хистәре менән
Ғорурлыҡ хистәре менән
Ғорурлыҡ хистәре менән
Ғорурлыҡ хистәре менән
Ғорурлыҡ хистәре менән
Ғорурлыҡ хистәре менән
Ғорурлыҡ хистәре менән
Ғорурлыҡ хистәре менән
Ғорурлыҡ хистәре менән
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас