Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән Балтик флоты командующийы, адмирал Сергей Липилин махсус хәрби операцияла һәләҡ булған яугирҙарыбыҙҙың ғаилә ағзаларына Батырлыҡ ордендарын тапшырҙы. Улар араһында яҡташыбыҙ, Ватаныбыҙ азатлығы өсөн башын һалған сержант Фәрит Фәғит улы Ғабделбаяновта бар. Уның тормош юлы – ысын патриотизм, фиҙаҡәр хезмәт йылъяҙмаһы. 1964 йылдың 16 декабрендә Донецк өлкәһенең Макеевка ҡалаһында тыуған. 1967 йылда ата-әсәһе менән Дүртөйлө районына күсенеп ҡайталар. 2нсе һанлы лицейҙа, Октябрьский техник училищеһының Дүртөйлөләге күп профилле колледжы филиалында электромонтер белгеслеге буйынса белем ала. Армиянан һуң ҡала предприятиеларында, вахта ысулы менән Нефтеюганскила эшләй. Һуңғы йылдарҙа Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәрендә хеҙмәт һала. Махсус хәрби операция башланғас, 59 йәшлек ир уҙаман һис икеләнмәйенсә ҡәтғи ҡарарға килә. Доньяға килгән ҡалаһына бәлә килгән дә ҡул ҡушырып утыра алмай ул, бөтә ғүмере Дүртөйлөлә уҙһа ла, тыуған яҡ — тыуған яҡ булып ҡала. 2024 йылдың июлендә Фәрит Фәғит улы Оборона министрлығы менән контракт төҙөшә. Гранатометсы вазифаһында неонацизм менән көрәшә башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ йылдың 4 сентябрендә батырҙарса һәләк була. Уның тормошо батырлыҡ һәм антҡа тоғролоҡ үрнәгенә әүерелде. Орденды тапшырғанда Радий Хәбиров һәм адмирал Сергей Липилин яугирҙарҙың ғаиләләренәтәрән ҡайғыларын уртаҡлашыуҙарын, шул ук ваҡытта ғорурлыҡ хистәрен белдерҙе. "Беҙ Һеҙҙең ирегеҙ һәм атайығыҙҙың батырлығын һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ. Фәрит Фәғит улы кеүек кешеләр — илебеҙҙең ысын намыҫы һәм выжданы. Уларҙың фиҙа ҡәрлеге –иң ихлас патриотлыҡ. Һүҙҙә түгел, ә эштә", – дип аҫһыҙыкланы Башҡортостан Башлығы. Батырлыҡ орденының һалҡын металы яугирҙың тормош иптәше Гөлназ һәм ҡыҙының ҡулдарын йылытҡандай булды, улар өсөн был ябай бүләк кенә түгел. Был – яратҡан кешеләренең каһарманлыҡ символы, уның ныҡлығы һәм үҙ еренә булған һөйөүе тураһындағы иҫтәлек. Сержант Фәрит Ғабделбаяновтың батырлығы Башҡортостан һәм Рәсәйҙең һуғышсан даны йылъяҙмаһына мәңгелеккә яҙылған. Ул беҙгә Ватанға хеҙмәт итеүҙең яңғырауыҡлы лозунгтар түгел, ә ауыр сәғәттә, кәрәк булһа, иң ҡиммәтле һен – ғүмереңде ҡорбан итеп, уны яҡларға әҙерлек икәнен иҫкә төшөрә. Уның тормошо – Ватанға мөхәббәттең яҡты үрнәге! Шуға күрәлә батыр ҙарҙың даны ул – мәңгелек!