Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ғинуар , 09:20

Намыҫлы үткән ғүмер

Ошо көндәрҙә Ҡаратәкә ауылында йәшәүсе Ғәзимә Әйүпова 95 йәшен билдәләне

Намыҫлы үткән ғүмер
Намыҫлы үткән ғүмер

Ул Сәмиғә һәм Сәйетгәрәй Сәлимгәрәевтарҙың ишле ғаиләһендә ун ике баланың ун беренсеһе булып донъяға килгән. Кесе йәштән үк уның өлөшөнә күп ауырлыҡтар төшә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ғәзимәгә нибары ун йәш була. Шул осорҙағы балалар шикелле, уғала күп эшләргә тура килә. Ниндәй генә йөкләмә Ошо көндәрҙә Ҡаратәкә ауылында йәшәүсе Ғәзимә Әйүпова 95 йәшен билдәләне тапшырһалар ҙа, йоҡоһо һәм тамағы туймаһала, уны таңдан алып ҡараңғы төшкәнгә ҡәҙәр намыҫлы үтәй. Колхозда уңған ҡыҙҙы тырыш һәм булдыҡлы булыуы өсөн хөрмәт итәләр. Ғәзимә әбей – изге күңелле, оло йөрәкле инәй. Кешеләр менән тыныс һәм һалмаҡ ҡына һөйлә шә. Ул ғүмер буйы балалары тыуып үҫкән кесе Ватанында йәшәүҙе ҙур бәхет тип һанай. Яҙмам геройы 1950 йылда яҙмышын ауылдашы Фәрих Әйүпов менән бәйләй. Улар ныҡлы, татыу ғаилә төҙөй. Тиҙҙән тормош иптәше өс йылға армия сафтарына саҡырыла. Был ваҡытта улдары Зәнит донъяға килә. Йәштәр тыуған ауылдарында төпләнергә һәм йорт төҙөргә ҡарар ҡыла. Бер-бер артлы улдары һәм ҡыҙҙары Фәһит, Миләүшә, Минзилә, Фәрит тыуа. Уларҙы ғаилә башлығының әсәһе Сафура апай ҡарарға ярҙамлаша. Ул балалары менән бер түбә аҫтында утыҙ йыл бик татыу йәшәй. –Бик зирәк һәм сабыр кеше ине. Арабыҙҙа бер ҡасан да аңлашылмаусанлыҡтар булманы. Аңлатты, күрһәтте, бөтә эштәлә ярҙам итте, йортобоҙ усағын һаҡланы. Уның үрнәгендә миндә килендәрем өсөн яҡшы ҡәйнә булырға тырыштым, – тип иҫкә алды юбиляр. Әйүповтар әсәләре ярҙамы менән һигеҙ ейән үҫтерәләр. Бөгөн бәхетле ҡартәсәйҙе ун өс ейәне һөйөндөрә. – Балаларыбыҙҙы яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышыуыбыҙ бушҡа китмәне. Ул ваҡыттар бик ауыр булды, әммә Хоҙай ярҙам итте, – тине әнгәмәләшем. Ғәзимә Сәйетгәрәй ҡыҙы ҙур һәм татыу ғаиләһе менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Балалары, ейәндәре үҙен бик яраталар, янына йыш ҡайталар, ҡартәсәләрен бүләктәр һәм күстәнәстәр, ә иң мөһиме – хәстәрлектәре менән һөйөндөрәләр.

Автор: Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас