Таһир Әнғәм улының яҡты иҫтәлеге уны белгәндәрҙең йөрәктәрендә һәр ваҡыт һаҡланып килә. Уның тормошо кесе Ватанға фиҙаҡәрлектең, намыҫлы тырыш хеҙмәттең юғары бер үрнәге булып тора. Таһир Әнғәм улы 1959 йылдың 6 октябрендә районыбыҙҙың Йүкәлекүл ауылында тыуған. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, белемгә булған ынтылышы уны Өфө нефть институтына алып килә. Арытаба дипломлы йәш белгес үҙенең хеҙмәт юлын 1982 йылда «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехында мастер булып башлап ебәрә. Әлеге цех иң ауыр һәм яуаплы участоктарҙан һанала, ләкин кескәйҙәнең һыҙғанып эшләп үҫкән ауыл егете ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡып тормай. Үҙ бригадаһына тапшырылған барлыҡ йөкләмәләрҙең ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарылыуына ирешә. Йәшеҡарты менән уртаҡ тел таба белеүсе, инициативалы белгесте район етәкселеге күреп ҡала һәм оҙакламай уны Дүртөйлө районы комсомол комитетының ойоштороу бүлегенә мөдир итеп саҡыралар, ике йылдан һуң икенсе сәркәтип итеп һайлап ҡуялар. Ләкин бар булмышы уны һәр ваҡыт нефть сығарыу тармағына тартып тора, яңынан элекке коллективына эшкә әйләнеп ҡайта. 198789 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә, Иҙел буйы хәрби округында рота замполиты була. Тыуған яғына погондарында өлкән лейтенант йондоҙҙары менән кайтҡан Таһир арытаба үҙ һөнәрен дауам итә, мастерҙан алып кадрҙар бүлеге инженеры, беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесенә ҡәҙәр баҫҡыстарҙы үтә. Барлыҡ етештереүсерҙәрен төптән белеүсе һәм һәр ваҡыт хеҙмәт кешеләренең мәнфәғәттәрен яҡлаусы булараҡ оло ихтирам яулай. Уның абруйы бәхәсһеҙ, быны уға район күләмендә булған юғары ышаныста раҫлай: ул район хакимиәте һәм эске эштәр бүлеге ҡаршы һындағы ижтимағи советтарҙы, ә ғүмеренең һуңғы йылында муниципаль район Советын етәкләй. Маҡтаулы исемдәре, күп һанлы бүләктәре артында Таһир Әнғәм улы һәр ваҡыт нескә хисле, күп ҡырлы талант эйәһе булып ҡалды. Ул һәләтле шағир ине, ижад емештәре бер уҡыуҙан күңелгә инеп ҡала, ихласлығы менән һоҡландыра. «Асам күңелем серҙәрен» исемле йыйын тығы һәм республика матбу ғатындағы мәҡәләләре уҡыу сылары өсөн ысын бүләк булды. Уның «Һағынып киләм», «Иртән ге серенада», «Киткәндәр ҡайтмай урап» кеүек шиғырҙарына талантлы композиторҙар ижад иткән йырҙарҙа халыҡ тарафынан айырыуса яратып ҡабул ителде. Бынан тыш, Таһир Әнғәм улы үҙелә өҙҙөрөп гармунда уйнай, моңло итеп йырлай, концерттарҙа сығыш яһай ине. Вафатына ҡырҡ көн тулған көндәрҙә беҙ уны хөрмәтле етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ ҡына түгел, ә зирәк оҫтаҙ, рухи әңгәмәләш, бар тормошо мәғәнә, хеҙмәт һәм ижад менән тулған Кеше итеп иҫкә алабыҙ. Уның тураһындағы яҡты хәтирәләр беҙҙең менән мәңгелеккә ҡаласаҡ. Ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрең, үҙең кеүек яҡты булһын, Таһир ағай. Авторҙан. Күренекле яҡташы быҙҙы юҡһынып, гәзит уҡыусыларыбыҙға Таһир Әнғәм улының бер шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
ХОҘАЙ БИРГӘН ҒҮМЕР
Хоҙай биргән ғүмер етмәҫ кеүек
Эсер һыуҙарымды эсергә;
Өлөшөмә төшкән көмөш табып,
Хыял диңгеҙемде кисергә;
Кәрәкмәгән кешеләрҙе күреп,
Араларҙы ҡыйыу өҙөргә;
Дуҫтар менән бергә, берҙәм булып,
Яҙмыш һынауына түҙергә;
Балаларҙы, ейәндәрҙе йыйып,
Бер туйғансы ҡосоп һөйөргә;
Ил алдында башты ғорур тотоп,
Юҡҡа йәшәмәнем, тиергә!...
Беләм, Ергә кеше ике килмәй.
Алтмыш йәште күптән үтһәм дә,
Хоҙай биргән ғүмер барыбер әҙ
Миңә әллә ниҙәр тиһәң дә!