Был көндө уны муниципаль район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Арыҫланов, Матвеев ауыл биләмәһе башлығы Надежда Юрьева, район ветерандар советы рәисе Венер Ғәлимов, туғандары һәм яҡындары тәбрикләне. –Юбилейығыҙ уңайынан ихлас ҡотлауҙар ҡабул итегеҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, именлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! – тине Вадим Зәбир улы. Быларҙан тыш В. Арыҫланов Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм район хакимиәте башлығы Марат Латиповтан иҫтәлекле бүләк һәм Ҡотлау хаттары тапшырҙы. Мария Ивановна өлкәндәргә күрһәтелгән иғтибар-ихтирамдар өсөн рәхмәт әйтте һәм үҙенең тормош юлы тураһында һөйләп үтте. Уға бик күп ауырлыҡтар кисерергә туры килә, шуғала уның менән ғорурланып ула, йәштәр өсөн дә ул ысын үрнәк. Хеҙмәт ветераны ҡыҙҙары һәм кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре хәстәрлеген тойоп йәшәй. Яҙмам геройы Иҫке Баҫҡаҡ ауылында йәшәүсе Наталья Нефедовна һәм Иван Анатольевич Плотниковтар ғаиләһендә тәрбиәләнгән өс баланың төпсөгө булып донъяға килә. Георгий, Николай һәм Мария бала саҡтарынан ата-әсәләренә яр ҙамлашып үҫәләр. –Кисәгеләй хәтерләйем, 1941 йылдың 22 июнендә атайым яланда эшләй ине. Уны шунан тураға тип әйтерлек фронтҡа алып киттеләр. Ҡайтып йыуынып, ғаиләһе менән дә хушлаша алманы, – тип иҫкә ала юбиляр һуғыш башланыу йылын. Ике йылдан өлкән ағаһы Георгийҙы ла фронтҡа алалар. Ҡыҙғанысҡа, атаһы ла, ағаһы ла һуғыштан әйләнеп ҡайталмай ҙар. – Еңеү көнөндә әсәйебеҙ менән илағаныбыҙ ғына хәтерҙә. Был көтөп алынған бөйөк Енеү шатлығынан һәм яҡындарыбыҙҙы юғалтыу һағышынан булған йәштәр ине. Әсәйем ирен дә, улын да бер көнгә лә онотманы, – тип дауам итте һүҙен Мария Ивановна. Яҙмам геройына оҙаҡ уҡырға мөмкинлек булмай. Ул бары тик башланғыс синыфтарҙы ғына тамамлай. – Уҡыйһым бик килде, тик ашарға ла аҡса юҡ ине, өҫкә кейем хәстәрләргә лә мөмкинлек булманы, – ти ул. 1958 йылда Мария ауылдаш егетенә кейәүгәсыга. Василий Васильевич менән улар Лилиә һәм Надежда исемле ике ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡунаҡтар тантана сәбәпсеһенә бик күп йылы һүҙҙәр һәм теләктәр әйттеләр, ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләнеләр, йөҙйәшен билдәләргәлә килергә вәғәҙә иттеләр. «Черемушки» вокаль ансамбленең сығышы айырыуса юбилярҙың күнеленә хуш килде. Мария Ивановна осрашыуҙан бәхетле миҙгелдәр кисерҙе, был турала уның бал ҡып тороусы күҙҙәре һәм йыл майыулы йөҙө һөйләй ине.