Район мәҙәниәт һарайында район башҡорттары ҡоролтайына арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, махсус хәрби операция ветераны Ринат Күлтоманов, Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илшат Сибәғәтуллин, Илеш муниципаль районы Советы секретары Игорь Никифоров, "Балҡыш" әҙәби ижад берләшмәһе, китапханасылар, ветеран уҡытыусылар, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәре, махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашты. Туған телде, тарихты, мәҙәниәтте, үҙ тамырҙарыңды өйрәнеү ҡоролтай эшсәнлегендә айырым урын алып тора. Был йәһәттән Шәжәрә байрамдарын үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, кешеләрҙең тамырҙары, үткәне менән ҡыҙыҡһыныуы арта – ауыл мәҙәниәт усаҡтарында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында һәр йыл ойошторола был мөһим сара. Уларҙы үткәреүҙә райондың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү, Муса Гәрәев, белем биреү учреждениеларындағы музейҙар, ауыл аҡһаҡалдары, педагогтар, китапханасылар актив ҡатнаша, яҡындан тороп материалдар менән ярҙам итә. Айырым кешеләр хатта республика, район архивтарынала мөрәжәғәт итәләр. Милли спортты үҫтереүгә лә иғтибар ҙур. Бигерәк тә көрәш, ат сабыштары һәм башҡа милли уйындар күптәрҙе йәлеп итә. "Ҡара юрға" ат-спорт комплексының даны республикала ғына түгел, Рәсәй сиктәрендәлә билдәле, тиһәк — берҙә арттырып ебәреү булмаҫ. Беҙҙә төрлө милләт вәкилдәренең һәм халыҡтарҙың үҙ ара бер-береһен ихтирам итеүе һәм хеҙмәттәшлектең ҡабатланмаҫ бай тәжрибәһе тупланған. Ҡайһы бер маҡсатҡа йүнәлтелгән, атап әйткәндә, йәштәрҙе милли рухта тәрбиәләү, телебеҙҙе һаҡлау, өйрәнеү, үҫтереү, мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел иҗадын-фольклорын өйрәнеү, йәнләндереп ебәреү һәм үҫтереү буйынса программалар эшләй. Йолаларҙы тергеҙеүгә, оно толоп барған традицияларҙы ҡулланышҡа ҡайтарыуғала иғтибар ҙур. Бының асыҡ миҫалы булараҡ, һәр ауылда үткәрелеүсе "Киске уйын", "Ҡаҙ өмәһе", "Ҡарға бутҡаһы" кеүек саралар халыҡтың көтөп алған, яратҡан байрамдарына әйләнде. Башҡорт халҡының борондан килгән уйын ҡоралы булған ҡурай ҙа тормошобоҙға шаҡтай үтеп керҙе. Хәҙер райондағы концерттар, байрам саралары унһыҙ үтмәй. Балалар әлеге уйын ҡоралына тартыла, район сәнғәт мәктәбендә ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләп йөрөйҙәр. Халыҡтар араһында дуҫлыҡты, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән милләт вәкилдәренең бәйләнешен нығытыу мөһим роль уйнай. Илеш-Баймаҡ райондары дуҫлығы – быға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, ике аралағы ошо дуҫлыҡҡа 2024 йылда 60 йыл тулды. Мәғариф, мәҙәни өлкәләрҙәге күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек ике район халыҡтары өсөн дә үтә кәрәкле, ҡәҙерле. Милли кейем көнө районы быҙҙа ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Балалар баҡсалары, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауылда эшләп килгән башҡорт фольклор ансамблдәре, китап ханасылар, райондың мәғариф, мәҙәниәт эшсәндәре был йәһәттән үтә әүҙемлек күрһәтә. Төрлө флешмобтар, мастер-кластар үткәрелә. Түшелдерек яһау оҫталары Әнисә Саттарова, Көнһылыу Насретдинова, Зәйтүнә Шәрифйәнованың эштәре маҡтауға лайыҡ. Уларҙың түшелдеректәре район, республика кимәлендә үткән күргәҙмәләрҙә ҙур урын алып тора. Илеш районының “Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы (рәйесе — Ғалимә Ғәлиева), БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Илеш районындағы М.Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәктең белгесе Гүзәл Нуриева йәш быуынды тәрбиәләүҙә, ғореф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауҙа ныҡлы терәк булып тора. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсы былтыр алтынсы тапҡыр үткәрелде. Был конкурста Илеш районынан 2019 йылда – Йәйләү, 2020лә – Дөмәй, 2021ҙә – Иҫәнбай, 2022-2023 йылдарҙа Теләкәй ауылдары ҡатнашты. 2026 йылда Ҡужбахты ауылы халҡы әлеге бәйгелә район данын яҡлаясаҡ. Әлбиттә, халыҡтың тарихын, ғөрөф- ғәҙәттәрен өйрәнеүгә районда етди иғтибар бирелә. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү, уның бай тәжрибәһен таратыу буйынса ла күрһәтер эштәребеҙ бар. – Башҡорт халҡы быуаттарҙан-быуаттарға милләт үҫешендәге мөһим мәсьәләләрҙе ошо рәүешле ҡоролтайҙарҙа тикшергән, уй-оҫталыҡтарын митингтарҙа түгел, оло йыйындарҙа белдереүҙе өҫтөн күргән. Үҙ сиратында эре форумдар ҡарарҙары Рәсәй дәүләте үҫешендә, һис шикһеҙ, иҫәпкә алынған. Бынан 30 йыл элек, 1995 йылда башҡорттарҙың бөтә донъя ҡоролтайы Башҡортостандың беренсе Президенты Мартаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Указы менән үткәрелә. Ҡоролтайҙың төп бурысы – халҡыбыҙҙың телен, тарихын, рухын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, уларҙы борсоған проблемаларҙы хәл итеү. Районыбыҙ республикала тотороҡлолоҡ һәм именлек утрауы булып тора, халыҡтың милли мәҙәниәте үҫеше өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Милләтебеҙгә хеҙмәт итеү менән беҙ бәхетлебеҙ. Ғөмүмән, районыбыҙҙа ҡоролтай ағзалары менән эшләүе еңел: кемгә генә мөрәжәғәт итмә, ысын мәғәнәһендә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Сараларҙа мәҙәниәт, мәғариф һәм башҡа ойошмалар хеҙмәтсәндәре ихлас ҡатнаша, – тине үҙ сығышын да Илшат Әнәс улы Илеш районы башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллыҡ эшсәнлегенә байҡау яһап. Артабан муниципаль район Советы секретары Игорь Никифоров районда башҡарылған эштәргә туҡталып, ҡатнашыусыларҙы милли мәҙәниәтебеҙҙе яңы дәрәжәгә күтәреүгә, телде өйрәнеүгә һәм уны һаҡлауға ҡоролған пландарҙы, юғары идеяларҙы берлектә тормошҡа ашырырға саҡырҙы. Өфөнән килгән ҡунаҡ – Бөтә донъя баш ҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағҙаһы, махсус хәрби операция ветераны Ринат Ураҙбай улы Күлтоманов илештәрҙең Бөтә донъя ҡоролтайының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа актив булыуҙарын, шулай уҡ махсус хәрби операцияла яугирҙәрҙең һынатмауын, батырлығын билдәләп үтте, тиҙерәк илебеҙгә һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын теләне. Фекер алышыуҙа Дүртөйлө юл ремонтлау-төҙөү идараһының Илеш районы участка начальнигы, 2007- 2016 йылдар ҙа район башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Рубин Ғәлимов, М.Гәрәев исемендәге тарихи мәҙәни үҙәктең белгесе Гүзәл Нуриева, "Балҡыш" әҙәби ижад берләшмәһенең етәксеһе Гөлфинә Сәлимова, тарихсылар Фидан Мәрүәров, Рөстәм Камалов, "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ғәлимә Ғәлиева, ветеран уҡытыусы Зәкиә Нуриева тап милләттәр араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара бәйләнеш барлыҡҡа килтереүсе сараларҙың айырылғыһыҙ тәрбиә нәтижәләре, шәжәрәләрҙе өйрәнергә, белергә кәрәклеге тураһында һөйләнеләр һәм килә сәктә эште ойоштороу буйынса үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр. Сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы ағҙаһы Алмира Ғимазова алып барҙы. Сара ҡурайсылар, фольклор ансамблдәре ҡатнашлығындағы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Көн һылыу Насретдинова, Әнисә Саттарованың ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр халыҡтың күңелен йәлеп итте. Бер төркөм әүҙем йәмәғәтселәр район ҡоролтайы эшсәнлегендә, башҡорт теленә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләүҙә, милли йолаларҙы пропагандалауҙа актив ҡатнашҡандары өсөн бүләкләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын тергеҙеүҙә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә әүҙем эшмәкәрлек алып бара, ярҙам күрһәтә. Беҙ быны тойоп йәшәйбеҙ һәм шуның өсөн рәхмәтлебеҙ.