Тантаналы сара улдарын махсус хәрби операцияла юғалтҡан әсәләргә бағышланды. Бында килеүсе һәр әсә мөхәббәттең көсө, ҡаһарманлыҡ һәм һәләк булған батыр улдары тураһындағы хәтерҙе кәүҙәлән дереүсе үҙ тарихы менән уртаҡлашты. Улдары махсус хәрби операцияла тыуып-үҫкән ере азатлығы өсөн ғүмерҙәрен биргән ҡатын ҡыҙҙарҙы ихлас хөрмәтләү тан танаһы бер тында үтте. Уҡыу залында моңһоу һәм ихтирам хөкөм һөргән мөхит урынлашты. Бында уртаҡ юғалтыу ҡайғыһы һәм ҡаһарман улдары өсөн ҙур ғорурлыҡ хистәре кисергән төрлө йәштәрҙәге һәм яҙмышлы әсәләр йыйылды. Сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән хакимиәт башлығы Марат Латипов мөрәжәғәт итте. Ул улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәки Ватандары хаҡына ғүмерҙәрен биргән әсәләргә оло рәхмәтен һәм ихтирамын белдерҙе.–Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә, үҙ ара берҙәмлек һәм батыр ул дарығыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәрен нығытырға ынтылабыҙ. Тап һеҙҙең улдарығыҙ ил өсөн ауыр ваҡытта ил намыҫын яҡларға баҫты. Был һеҙҙең, әсәләрҙең, улар йөрәгендә тыуған ергә һөйөү хистәре уятыуығыҙ тураһында һөйләй. Һеҙгә барыһы өсөндә рәхмәт. Һәммәгеҙгәлә ныҡлы һаулыҡ һәм тыныс күк йөҙө теләйем, – тине ул сығышында. Күңел йылыһы, мөхәббәт хистәре бөркөлөп торған кисәнең һәр миҙгеле ойоштороусылар ярҙамында ихлас хистәргә бай булды. Айгөл Сәлимуллина һәм Лилиә Ахунова осрашыуҙы бик матур алып барҙы. Сәй өҫтәле артында йылы һәм дуҫтарса шарттарҙа әсәләр нисек ҡайғыларын еңә алыуҙары, бала юғалтыу хәсрәтен кисереүҙәре менән уртаҡлашты, элемтә өсөн телефон номерҙары менән алмашты һәм бер-береһенә баһалап бөткөһөҙ рухи ярҙам күрһәтте. Улар бында ултырыусыларҙың күпселегенә туғандары, яҡындары һәм, әлбиттә, дәүләттең ярҙам итеүе тураһында берҙәм фекергә килде. Осрашыу ваҡытында әсәләр район етәксеһенә һорауҙар бирҙе һәм тулы яуаптар алды.