Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Декабрь 2025, 11:00

Тыуған яҡта һеҙҙе көтәләр

Башҡортостан дәүләт медицина университетында райондың сәләмәтлек һаҡлау өлкәһе үҫешенә бағышланған мөһим осрашыу үтте. сарала хакимиәт һәм медицина ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ тармаҡтың буласаҡ белгестәре йыйылды.

Тыуған яҡта һеҙҙе көтәләр
Тыуған яҡта һеҙҙе көтәләр

 Сарала район хакимиәте башлығы Марат Латипов, уның социаль сәйәсәт буйынса урын баҫары Вадим Арыҫланов, үҙәк дауахананың баш табибы Илдар Баҡаев ҡатнашты. Төп тема йәш белгестәрҙе район медицинаһы системаһына йәлеп итеүгә йүнәлтелде. Осрашыуға килеүселәр буласаҡ табиптарҙы борсоған бик күп һорауҙар буйынса фекер алыштылар һәм медиктарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләштеләр. Хакимиәт етәксеһе йәш белгестәргә ярҙам программалары – компенсация түләү системаһы, торлаҡҡа эйә булыу мөмкинлеге тураһында аңлатты. Шулай уҡ райондың үҫеш алыуы, төҙөкләндерелеүе һәм сифатлы тормош өсөн шарттар тыуҙырылыуын да билдәләп үтте.–Йылдан-йыл районда медицина хеҙмәте күрһәтеү яҡшыра, яңы ФАПтар асыла. Күптән түгел заманса поликлиника ишектәрен асты. Йәштәребеҙҙең тыуып-үҫкән яҡтарына ҡайтыуҙары һәм кесе Ватандарына файҙа килтереүҙәре менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Бындай осрашыуҙар сығарылыш синыф уҡыусыларын йәлеп итергә юл асыр һәм күп яҡташтарыбыҙ районға эшкә ҡайтыр, ә кешеләр квалификациялы медицина ярҙамы менән тәьмин ителер, тип ышанам, – тип һөйләне Марат Заһит улы. Район медицина учреждениеларының эш күләме сәләмәтлек һаҡлауҙың беренсел ярҙамынан алып махсус дауалауға ҡәҙәр – барлыҡ йүнәлештәрен дә үҙ эсенә ала. Бында йәшәүсе һәр кешегә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү – уның төп маҡсаты. Осрашыу райондың сәләмәтлек һаҡлау тармағы үҫешендә һәм мәғариф учреждениелары менән ғәмәли сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендә элемтәләрҙены ғытыуҙа әһәмиәтле аҙым булды.

Автор: Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас