Ошондай форматтағы форум быйылдан башлап районыбыҙҙың ауыл биләмәләрендәлә үткәрелә башланы. Күркәм был осрашыуҙар һәр кеше өсөн иң яҡты һәм яҡын байрам булған Әсәйҙәр көнөнә арналды. Ике аҙна дауамын да йорт усағын һаҡлаусы ҡатындар, балаларына ғүмер бүләк иткән әсәйҙәр, ейәндәренә тәрбиә өләшкән өләсәйҙәргә хөрмәт һәм ихтирам белдерелде, сикһеҙ рәхмәттәр еткерелде. Форумдар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ тарыбыҙҙың әсәләренең район етәкселеге менән осрашыуынан башланып китә. Хуш еҫле сәй табыны артында улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап барланы, төрлө мәҫьәләләрҙе хәл итеү юлдарын билдәләде. Батыр улдар үҫтергән ханымдарға Дүртөйлө сәнғәт мәктәбе уҡыусылары ҡулдары менән яһалған бик матур сувенирҙар тапшырылды. Был ваҡытта залда һәм фойела бөтә гүзәл заттар өсөн биләмә ауылдарының талантлы оҫталары тарафыннан ҡул эштәре күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторол до. Махсус белгестәр – юрист, психолог, социаль яҡлау органдары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре һәр теләүсегә квалификациялы консультация күрһәтте, мөһим һорауҙарға яуап бирҙе. Йән һәм тән гармонияһы, ҡатын ҡыҙ сәләмәтлеге тураһындағы практик-психологик мастер кластарҙыла йотлоғоп тыңланы осрашыуға йыйылыусылар. Улар өсөн был көндө сүлмәксе оҫтаханаһында шөғөлләнеү, фитобарда файҙалы эсемлектәр тәмләү, төрлө еҫле арома-сашелар яһау мөмкинлектәре лә бар ине. Арытаба форум тамаша залында дауам итте. Район етәкселеге вәкилдәре гүзәл ханымдарҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға, махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгән егеттәре беҙҙең әсәләренә һәм гуманитар ылауҙар туплауҙа, волонтерлык эшсәнлегендә актив ҡатна шыусыларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Район ҡатын-ҡыҙҙар Советы, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды инициативаһы буйынса үткәрелгән был саралар бик файҙалы уҙҙы, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл үҙешсәндәренең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Әлеге форумдың йылыһы һәр ҡатнашыусының күңелдәрендә озаҡҡа һаҡланып ҡалһын ине. Ә инде әсәләргә булған һөйөү, мөхәббәт хистәре байрам көндәрендә генә түгел, ә йыл буйы еткерелеп торһон!