Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Октябрь 2025, 12:00

Икеләтә байрам тантаналы үтте

11 октябрь көндө тоташ ҡалабыҙҙа үҙенсәлекле, байрам атмосфераһы хөкөм һөрҙө. Сәбәбе лә айырыуса шатлыҡлы: Дүртөйлө районының – 95, суверенлы Башҡортостан Республикаһының 35 йыллығы.

Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте

 Был икеләтә юбилей бөтә халыҡты тағыла нығыраҡ берләштерҙе. Тантаналы саралар ҡаланың мәҙәни-ял итеү үҙәгендә уҙҙы. Тәүҙә дүртөйлөләр һәм районыбыҙ ҡунаҡтары музейҙағы тарихи күргәҙмәләр, район ойошма предприятиеларының бай йөкмәткеле экспозициялары, оҫта бикәләребеҙҙең ҡул эштәре һәм милли ризыҡтары менән танышты. Байрам концерты тулҡынлан дырғыс мәлдән – Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын, Дүртөйлө районы флагын индереүҙән, илебеҙ һәм республикабыҙ гимндарын яңғыратыуҙан башланып китте. Башҡортостан Хөкүмәте исеменән дүртөйлөләрҙе республикабыҙҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов сәләмләне һәм тәбрикләне. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Сәхи улы Хөсәйенов ҡотлау сығышын яңғыратҡандан һуң фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән абруй ҡаҙанған, райондаштарының ихтирамына лайыҡ булған яҡташтарыбыҙға дәүләт бүләктәрен тапшырҙы. Актив йәмәғәт һәм хәйриә эш мәкәрлеге өсөн шәхси эшҡыуар Славик Самвел улы Погосян – Григорий Аксаков ордены, Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәте башлығы Илмир Рәфит улы Гәрәев Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Яуаплылығы сикләнгән «Прованс» йәмғиәтенең һатыу бүлеге етәксеһе Алина Әҙеһәметдин ҡыҙы Ғәлиеваға – «Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары», Иҫке Яндыҙ ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Рөстәм Байрон улы Гәрәевҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тиғән маҡтаулы исемдәр бирелде. Бер төркөм яҡташтарыбыҙға Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол тайҙың «Башҡортостан закондарын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн», «Законлылыҡты нығытыуға тос өлөш индергән өсөн», «Хәйриәселек һәм актив ижтимағи эшсәнлек өсөн» маҡтау билдәләре, дәүләт органының Маҡтау грамоталары тапшырылды, Ҡоролтай рәйесе К.Б.Толкачевтың Рәхмәте белдерелде. Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов үҙенең сығышында районыбыҙҙың 95 йыллыҡ данлы үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләне, киләсәккә яҡты уй-хыялдары, ниәттәре менән уртаҡлашты. Башҡортостандың 35 йыллыҡ тарихында дүртөйлөләрҙең дә өлөшө ҙур икәнен аҫһыҙыҡланы район етәксеһе, арытаба ул бүләкләү тантанаһына кереште. «Башҡортостандың хеҙмәт династиялары» республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса «Агросәнәғәт комплексы» йүнәлешендә Ғөбәевтар һәм Хәлиуллиндар ғаиләләре Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Хәрби-патриотик һәм мәҙәни рухи өлкәгә тос өлөш индереүе, халыҡты тәрбиәләү, гражданлык берҙәмлеген нығытыу, актив йә- мәғәт эшсәнлеге өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Радик Биктимер улы Динәхмәтовҡа «Дүртөйлө районының почетлы гражданы» исеме бирелде. Дүртөйле һәм Илеш райондары хәрби комиссары Рәүф Ниғмәтулла улы Яхин менән хәрби хәрәкәттәр Денис Мансуров. ветераны, ике «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры, отставкалағы авиация майоры, Афғанстан ветерандарының район ойошмаһы етәксеһе Шамил Лотфрахман улы Исламовҡа күкрәккә тағыла торған «Дүртөйлө районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе тап шырылды. Дүртөйлө районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булыусы яҡташтарын да дүртөйлөләр көслө алҡыштар менән ҡаршы алды, тантаналы мизгелдәрен көслө алҡыштарға күмде. Байрам сараһының концерт программаһы райондың бай мәҙәни потенциалын сағыу раҫлап торҙо. Сәхнә түрендә маҡтаулы «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемдәрен йөрөткән ижади коллективтар сығыш яһаны. Исемдәре илебеҙҙең сәнғәт һәм мәҙәниәтендә билдәле булған күренекле яҡташтарыбыҙҙың ҡайтыуын да дүртөйлөләр айырыуса көттө. Һәм уларҙың өмөттәре аҡланды! Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе Ризуан Хәкимов, Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Азамат Ғафаров, Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы Гөлназ Кашапованы улар йылы ҡабул итте. Махсус хәрби операция яланынан яҡташтарына йыр бүләк итеү өсөн байрамға ҡайтҡан Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Радик Динәхмәтовтың сәхнәгә күтәрелеүе тыуған яҡҡа булған һөйөү, рухи көс, берҙәмлек, батырлыҡ һәм бурысҡа тоғролоҡ символы булып торҙо. Махсус ҡунаҡ, «Донъя виртуозы-ҡумыҙсыһы», Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтың сығышыла кисәнең ысын биҙәге булды. Алып барыусылар тарафынан байрам сараһы оптимистик нота менән тамамланды: «Концертыбыҙ тамамланһа ла, Дүртөйлө районының 95 йыллыҡ юбилейы – ул финал түгел, ә яңы ҡаҙаныштар яулау өсөн үҙенсәлекле старт ҡына!». Бөтә яҡташтарыбыҙ ҙа был һүҙҙәргә ҡушылып, кескәй Ватаныбыҙҙы яратып, уның арытабала сәскә атыуына тос өлөш индереп, тырыш хеҙмәттә булыр, тигән теләктә ҡалабыҙ. Юбилейың менән, Дүртөйлө! Юбилейың менән, Башҡортостан.

Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Икеләтә байрам тантаналы үтте
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас