Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Сентябрь 2025, 15:20

Һәр көнгә һөйөнөп йәшәй

1945 йылдың 3 сентябре көнөндә Кушнаренко ауылында йәшәүсе парикмахер Мария Николаевна һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Бахтиндар ғаиләһендә беренсе бала донъяға ауаҙ һала.

Һәр көнгә һөйөнөп йәшәй
Һәр көнгә һөйөнөп йәшәй

 Өлкән ҡыҙҙарына улар Валентина исемен бирәләр. Алға табан ғаиләлә бер-бер артлы тағын ике ҡыҙ бала тыуа. Бахтиндарҙың өлкәндәре тик тормаҫ һәм бик актив бала булып сыға. Ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙыҡай кескәйҙән үк һәр нәмәнең төбөнә төшөргә тырыша. Ә мәктәпкә уҡырға ингәс, был сифаты көсәйә генә төшә. Пионер сағында дружина советы рәисе булып һайлана. Мәктәптә «дүртле»-«бишле» ләргә уҡыған Валентинаға айы-рыуса гуманитар фәндәр оҡшай. Уҡыу-тәрбиә һәм мәҙәни сараларҙың үҙәгендә була. Әлбиттә, шул ваҡыттан уҡ уның ойоштороу һәләте лә күренә башлай. Урта белем тураһында аттестат алғандан һуң уға үҙ мәктәбендә өлкән пионервожатый вазифаһында ҡалырға тәҡдим итәләр. Ә бер йылдан Валентина Владимировна Бөрө дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә. Дәрте ташып торған, студент тормошонда актив ҡатнашҡан, өҫтәүенә ситтелдәрҙе өйрәнеүсе ҡыҙҙың юғары уҡыу йортонда белем алған йылдары бик тиҙ үтеп китә. Йәш белгесте Кушнаренко районының мәғариф бүлегенә йүнәлтәләр. Яҙмыш уны ҡабат үҙ мәктәбенә алып килә: француз теле уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. 1993 йылда В. В. Гражданкинаға 2-се һанлы Кушнаренко урта мәктәбендә директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу йөкмәтелә, бер ни ҡәҙәр ваҡыттан уны әлеге уҡыу йортоноң директоры итеп ҡуялар. Мәктәп гимназияға әйләнгәс тә ул уҡыу йорто коллективын етәкләүен дауам итә. Гимназия директоры булараҡ, Валентина Владимировна үҙе етәкләгән ҙур коллективтың мәшәҡәттәре менән йәшәй. Ул уҡы тыусыларының ниндәй ауырлыҡ һәм шатлыҡтар кисереүҙәре тураһында хәбәрҙәр ине, һәр уҡыусыһының исемен һәм уның нисек уҡығаның, тәртибе тураһында яҡшы белә ине. Шулай итеп, белем усағынын башында үҙ эшен белгән, һиҙгер һәм аҡыллы етәксе эшләй. Бөгөн хеҙмәттәштәре уның менән бергә үткәргән йылдарҙы яратып һәм йылылыҡ менән иҫкә ала. 2005 йылдың октябрендә ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ була. Валентина Владимировнаның һәр ваҡыт ышаныслы тылы – ғаиләһе – яратҡан ире һәм улы булды. Тик ҡәҙерле улын мәңгелеккә юғалтыу бөгөн дә уның иң ҙур йөрәк яраһы булып һыҡтай. Ошо көндәрҙә был ғәжәйеп гүзәл ханым, талантлы уҡытыусы, педагогик хеҙмәт ветеранына 80 йәш тулды. Уны район етәкселәре, элекке хеҙмәттәштәре һәм, әлбиттә инде, яратҡан уҡыусылары йылы һәм ысын күңелдән ҡотланылар. Беҙ уларҙың барлыҡ ҡотлауҙарына ҡушылабыҙ һәм сәләмәтлек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс һәм йәшәү дәрте, именлек, күңел тыныслығы, ғаиләһе һәм туғандары менән оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Һәр көн шатлыҡ, бәхет һәм ышаныс ҡына килтерһен.

Автор: Фәнғиә Хаҡова.
Читайте нас