Уны ҡотларға туғандары, яҡындары, элекке хеҙмәттәштәре, хакимиәт һәм үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре килде. 1935 йылда Благовар районында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлаған белгесте беҙҙең Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылына фельдшер итеп ебәрәләр. Ауыл халҡы уны бик тиҙ үҙ итә. Өлкәндәр менән генә түгел, балалар менән дә ул уртаҡ тел таба. Йәш, тырыш Вәзилә Вәхит ҡыҙын район дауаханаһы етәкселеге лә ярата. Сер түгел, ауылда эшләүсе фельдшер бернисә табип белгеслегенә лә әйә булырға бурыслы. Ауыл халҡы үҙенең фельдшерына мөрәжәғәт итә торған проблемалар исемлеге лә бик ҙур. Халыҡҡа профилактик медицина тикшеренеүҙәре үткәрә, оҙаҡ һәм йыш ауырыусыларҙы асыҡлай һәм уларҙың иҫәбен алып бара, диспансер иҫәбен дә тороусыларҙың ваҡытында дауалау-профилактика учреждениеларына йөрөүен тикшереп тора. Бер үк ваҡытта терапия, педиатрия, гинекология белгесе лә булырға тура килә Йыш ҡына ауыл пациенттары, бигрәк тә өлкән йәштәгеләр, һөйләшеүҙе сәләмәтлектәренә зарланыуҙан түгел, ә нисек йәшәүҙәре хаҡында бәйән итеүҙән башлай. Шуға ирекһеҙҙән төрлө тормош хәлдәрендә кәңәш бирергә әҙер психологҡа әйләнәһең. Һәр кешенең – үҙ ауырыуҙары, һәр кем ярҙамсыл, иғтибар менән тыңларга әҙер аҡ халатлы фәрештә менән үҙ ҡайғы-кисерештәрен уртаҡлашырға ашыға. Тап ауыл фельдшеры үҙ вазифаларын ялдарһыҙ һәм байрамдарһыҙ башҡара ла инде. Ун йылдан һуң уны акушер итеп күсерәләр. Бында ул үҙенең төп билдәләнешен таба, тиһәң дә була. Ә хаҡлы ялға инде процедура кабинеты шәфҡәт туташы булараҡ сыға. Оҙон ғүмерле кешеләрҙе юбилейы менән ҡотлауҙы дауам итеп, был юлы нәҡ бына ошо һөйкөмлө инәй эргәһенә килеүебеҙ һөйөндөрә. – Ошо йәшемә етермен тип һис уйламағайным. Балаларымдың ғына түгел, ейәндәремдең уңыштарға ирешеүҙәрен күрә алыуыма шатмын. Инде бүләләрем дә үҫеп килә. Иҫкә алыуығыҙ өсөн рәхмәтлемен. Хоҙай һәр ҡайһығыҙға минең йәшемә иҫән имен етергә насип итһен, – тине тантана сәбәпсеһе. –Тормошон хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтермәй торған кеше, һайлаған эшен яратыуы һәм тоғролоғо менән айырылып торҙо. Күп кенә йәш хеҙмәттәштәре өсөн ул үрнәк булды. Күндәмлек, игелеклелек һәм киң күңеллелек принцибы буйынса эшләне. Участогындағы һәр кешене яҡшы белә ине. Юғары һөнәри оҫталығы һәм кешелеклелек сифаттары менән пациенттарҙың һөйөү-ихтирамын яуланы, хеҙмәттәштәре араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанды. Лайыҡлы ялға сығыуына бер нисә тиҫтә йыл үтһә лә, пациенттары яратҡан фельдшерын әле лә рәхмәттәр менән иҫкә ала, – тинеләр уның тураһында элекке хеҙмәттәштәре. Яҙмам геройы ире Зөфәр Бик мөхәмәт улы менән өс балаға ғүмер биреп, һөйөү һәм наҙ менән үҫтергән. Фазлыевтар балаларына ла намыҫлы хеҙмәткә мөхәббәт тәрбиәләй алды. Уларҙың һәр ҡайһы хөрмәтле кеше булдылар. Өлкәндәре Рида – педагогик хеҙмәт ветераны. Улдары Илфир күптән инде хаҡлы ялда. Төпсөктәре Рима Өфөлә эшләй. Бәхетле әбей биш ейәне һәм биш бүләһенең уңыштарына һөйөнөп, улар менән ихлас ғорурланып йәшәй. –Һәр кешелә уңышлы медицина хеҙмәткәре була алмай. Уға башҡаларҙан айырмалы фекер йөрөтөү, иғтибарлы, сабыр холоҡло, тыныс тәбиғәтле, мәрхәмәтле һәм шул уҡ ваҡытта тиҙ арала ҡарар ҡабул итеү һәләтенә, ғәйәт ҙур яуаплылыҡ хисенә эйә булырға кәрәк. Үҙ эшенә бөтөн күңеле менән бирелгән, һөнәренең бөтөн әһәмиәтен һәм етдилеген аңлаған, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаған һәм бөтөн ғүмерен кешеләргә бағышларға риза булған кешеләр генә яҙмышын бәйләй ала. Вәзилә Фазлыева тап шундай кеше булып тора ла инде. Уға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм туғандарының ихтирамын тойоп йәшәүен теләйбеҙ, – тине район үҙәк дауаха наһының ветерандар ойошмаһы рәисе Резида Танғатарова. Әлбиттә, хеҙмәттәштәренән бындай баһа алыуы күп нәмәне анлата. Әммә урамда ауылдаш тары йылмайып, үткәндә сәләмәтлеге менән ҡыҙыҡһынып һораштырып уҙғанда һәм изге теләктәр менән оҙатып ҡалғанда күңеле һөйөнөстән йылылыҡ менән тула. Моғайын, ауыл «докторы»ның бай тәжрибәһендә төрлө осраҡтар булғандыр, әммә Вәзилә Вәхит ҡыҙы эш урынында нимәләр булғанлығы тураһында бер ҡасан да һүҙ сығармаған. Ҡыҫҡа һәм тыйнаҡ, һәр ваҡыты тигеҙ һәм дуҫтарса көйләнгән, бөтөн уйҙарын һәм оҫталығын ауырыуҙарҙы ҡабул итеү шарттарын яҡшыр тыуға йүнәлтә ине. Шуға күрә уны бөгөн дә хөрмәт итәләр, яра талар. Был көндө Вәзилә инәйҙең балалары ҙур байрам өҫтәле әҙерләнеләр. Табын артында тан-тана сәбәпсеһенең ғүмер сәхифәләре тураһында оҙаҡ һөйләш теләр.