Мәсеттәр ғүмер-ғүмергә мосолмандар тормошонда мөһим роль уйнаған. Улар намаҙ уҡыу ғибәҙәт ҡылыу урыны ғына түгел, ә рухи мәғрифәтселек, хәйриәселек һәм дин тотоусыларҙың берҙәмлеге үҙәге лә булып тора. Бында кешеләрҙең йөрәктәре яҡтылыҡ һәм тыныслыҡ менән тула, ә иман үҫеп килеүсе быуынды игелек һәм шәфҡәт донъяһына өндәй.
“Зәйнәп” мәсете 1999 йылда яуаплылығы сикләнгән “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы” йәмғиәте һәм уның етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Альберт Рафаил улы Дәүләтбаев тарафынан һалына башлай һәм 2000 йылда үҙ ишектәрен асып ебәрә.
Күркәм юбилейға арналған тантаналы сарала Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин, Дүртөйлө районы хаҡимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов, Дүртөйлө, Кушнаренко, Саҡмағош райондарының имам-ахунды Рәмил хәҙрәт Иҫәнбирҙин ҡатнашты.
Байрам Билал шәкерт уҡыуында Ҡоръән аяттары яңғырау менән башланып китте. Район етәксеһе үҙ сығышында мәсеттең ауылдаштарҙы рухи-әхләҡи тәрбиәләүгә һәм конфессия-ара татыулыҡны нығытыуға индергән өлөшөн билдәләп үтте. Мәсет төҙөлөшөнең иғәнәсеһе булган Альберт Рафаил улы әлеге изге урынды булдыру идеяһы нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне һәм уның дин тотоусыларға тағы ла тиҫтә йылдар дауамында хеҙмәт итәсәгенә ышанысын белдерҙе, киләсәктә Мәмәдәл ауылында ла мәсет һалынасаҡлығын хәбәр итте. Юғары мөфтөй Тәлғәт хажиҙың телмәре айырыуса фәһемле булды, ул ислам дине нигеҙҙәрен, уның әһәмиәтен аҫһыҙыҡланы һәм дин тотоусыларҙы берҙәмлеккә һәм үҙ-ара аңлашыуға өндәне, Риф Сәғәҙәтулла улы менән Альберт Рафаил улына Үҙәк Диниә назаратының орден-миҙалдарын тапшырҙы. Ауыл имамы Альберт хәҙрәт мәсет эшсәнлегендә әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Тантаналы өлөштән һуң ҡунаҡтар һәм мәхәллә кешеләре күмәкләп өйлә намаҙын укыны. Байрам ахырында ауыл халҡы тәмле былау менән һыйланды. Табын артында дин тотоусылар аралашып, киләсәккә пландары тураһында фекер алышты, осрашыуҙы ойоштороусыларға рәхмәттәрен белдерҙе.
Үҙ ауылыңда Хоҙай йорто булыуы – ҙур бәхет. Мәсеттәрҙең тәртиптә тотолоуы, йәмғиәттә берҙәмлек рухы хөкөм һөрөүе айырыуса шатландыра. Аллаһы Тәғәлә барлыҡ мәсеттәрҙе һаклаһын, улар сәскә атһын, халҡыбызға ныҡлы иман, йән тыныслығы һәм именлек бирһен!