САРМАНАЙ
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән
4 Июля 2025, 07:05

Дәүләт ярҙамы менән

Ошо  көндәрҙә район хакимиәте башлығы Марат Латипов Вәлиевтар ғаиләһенә торлаҡ төҙөү йәки алыу хоҡуғын биреүсе сертификат тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дәүләт ярҙамы менәнДәүләт ярҙамы менән
Дәүләт ярҙамы менән

 

Был мљмкинлек уларҙың «Башҡортостан Республикаһы ауыл территорияларының комплекслы үҫеше» дәүләт программаһында ҡатнашыуҙары сәбәпле барлыҡҡа килде.

Вәлиевтар ғаиләһе өсөн был мөһим ваҡиға. Бөгөн, ғаилә башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хеҙмәтен намыҫлы үтәгән ваҡытта, дәүләт ярҙамы һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлегенә эйә булыу айырыуса әһәмиәтле.

–Вәлиевтар ғаиләһен ошо  мөһим аҙым менән ысын күңелдән ҡотлайым. Яңы йорт төҙөү йәки һатып алыу буйынса ниәттәрегеҙҙең тиҙерәк тормошҡа ашыуын, торлағығыҙ йылы һәм уңайлы булыуын теләйем! Өйөгөҙҙә һәр саҡ тыныслыҡ һәм мөхәббәт булһын! – тине Марат Заһит улы.

Беҙҙен хәбәрсе.

Автор:Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас