Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Апрель 2025, 08:50

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеүгә әҙер

Баҫыуҙар ҡарҙан асылып, техника инерлек булғас та, тирә-яҡ тракторҙар гөрөлтөһөнә күмелде. 

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеүгә әҙер
Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеүгә әҙер

Яҙ айҙары – ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн иң яуаплы һәм “ҡайнар” осор. Һауа торошо пландарға ни ҡәҙәр үҙгәрештәр индерһә лә, ваҡытты ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Көҙөн йыйып алынасаҡ уңыш нигеҙе булган орлоҡтар тупраҡҡа оптималь ваҡыт эсендә күмдерелергә тейеш. Быны һәр игенсе-механизатор яҡшы белә. Быйылғы яҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк килде, шуға ла республикала баҫыу эштәре апрель айының тәүге аҙна-көндәрендә үк башланды. Ә сәсеү-тупраҡҡа орлоҡ күмдереү ошо айҙың өсөнсө декадаһында ныҡлап башланыр, тип күҙаллана. Ай уртаһында төбәк Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә яҙғы сәсеүгә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Вицепремьер – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, 14 апрелгә Башҡортостанда ужым боҙайы майҙандарының 91 процентҡа ҡәҙәр өлөшө яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә. 2025 йыл уңышы өсөн улар 248 мең гектарҙа урынлаштырылған.  Яҙғы культураларҙы иһә быйыл 2,1 млн. гектарҙан ашыу майҙанда сәсергә планлаштырыла, был күрһәткес үткән йылдағынан 4,4 процентҡа артығыраҡ. “Техник культуралар сәселәсәк майҙандарҙы ла үткән йылдағы менән са- ғыштырғанда 80 мең гектарҙан арттырып, 635 мең гектарға еткерергә планлаштырабыҙ. Был артыу тәү сиратта майлы культуралар өсөн тәғәйенләнгән 93,2 мең гектар иҫәбенә буласаҡ”, – тип хәбәр итте ауыл хужалығы министры. Республика хужалыҡтары игенселәре баҫыуҙарҙа дым ҡаплата, ужымдарҙы минераль ашлмалар менән туҡландыра, күп йыллыҡ үләндәр үҫкән майҙандарҙы тырмата, былар менән бергә орлоҡ ағыулау эштәре лә башҡарыла. Төбәк бөртөклө, бөртөклө-ҡуҙаҡлы һәм ярма культуралары орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән, тип билдәләнелде кәңәшмәлә. Төбәк аграрийҙары апрель уртаһына физик ауырлыҡта 148 тонна минераль ашламалар алып әҙерләгән. Был күләм бер гектарға иҫәпләгәндә тәьсир иткес мәтдәлә 22 килограмм тура килә. Ошо осорға республиканың 8 районы уны һәргектарға 35 килограмм индерелерлек күләмдә әҙерләгән. Ағымдағы йылдың өс айында республиканың аграр предприятиелары дөйөм хаҡы 2,2 млрд һум булған 320 берәмек ауыл хужалығы техникаһын һәм йыһазҙарын һатып алған. Иң күп техника Стәрлетамаҡ, Илеш һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында алынған. Республика етәкселеге ауыл хеҙмәтсәндәренә әүҙем ярҙам итә. 2025 йылда был маҡсатта 4,9 млрд. һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 2,8 млрд. һум бүленер, тип көтөлә. Башҡортстанда яҙғы сәсеү эштәренә 2 млрд. һумға яҡын аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Был осорға агросәнәғәт предприятиеларына уның 362 млн. һумы бүленгән дә инде. Сәсеү кампанияһы – мул уңыштың һәм республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең нигеҙе. Быйылғы сәсеү эштәре айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә: сөнки санкция-сикләүҙәргә бәйле иҡтисади, ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа ул республиканың ғына түгел, дөйөм алғанда тоташ илдең дә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге алшарты. Шуға ла аграрийҙар эшсәнлегенә һәм уларҙың ирешәсәк уңыштарына ҙур өмөттәр бағлана. Беҙ республика ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә был үтә лә яуаплы, бер заманда ла еңел булмаған эшсәнлектәрендә уңыштар һәм сезон дауамында һауа шарттарының уңай килеүен генә теләйбеҙ. Ҡайнар тир түгеп үҫтерелгән уңыш көҙгө айҙарҙа ил келәттәрен байытып, табындар муллығын-бәрәкәтен тәьмин итһен ине.

Автор: Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас