-8 °С
Болотло
Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм райондың хеҙмәт коллективтары, учреждениелар вәкилдәре, волонтерҙар, битараф булмағандар биш мең төп нарат үҫентеһе ултыртты. Ағастар «Еңеү–80» һүҙҙәре рәүешендә ултыртылды.
Күптәр сарала ғаиләләре менән килде, ә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре ағастар ултыртыуҙа ҡатнашырға сит ил вәкилдәрен дә алып килде.
Акция Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яңғыраған йырҙар аҫтында үтте. Сараны ойоштороусылар барыһын да асыҡ һауала әҙерләнгән һалдат бутҡаһы менән һыйланылар.