+1 °С
Болотло
Йәш көй-моң, гүзәллекте һөйөүселәр Сәнғәт феяһы һәм Белмәҫйән ҡатнашҡан ғәжәйеп ҡыҙыҡлы тамашаға шаһит булды. Өлкән уҡыусыларҙың сағыу сығыштары алҡыштарға күмелде. Күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы йомаҡтар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләренең анты һәм, әлбиттә, иҫтәлекле бүләктәр беренселәрҙә онотолмаҫ тәъҫораттар ҡалдырҙы.
Концертта Руфина Баҡыева, Әминә Хөсәйенова, София Багданова, Камилла Әбсәләмова, Мансур Әхмәҙуллин һәм «Аркобалено» бейеү коллективы ҡатнашты. Арина Ахунова – Сәнғәт феяһы, Айгизә Басирова Белмәҫйән ролдәрен башҡарҙы.