САРМАНАЙ
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Август 2023, 09:55

Еңеү ҙә булыр әле

Белорет ҡалаһында велосипед спорты буйынса республика чемпионаты үтте. Республиканың  күп кенә ҡала һәм райондарынан спортсылар унда әүҙем ҡатнашты.  

Еңеү ҙә булыр әле
Еңеү ҙә булыр әле

 

Тренер-уҡытыусы Айҙар Сәйетов  етәкселегендә беҙҙең велосипедсылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Тимур Хәкимов утыҙ километрға төркөмләп ярышыуҙа  бронза, шәхси һәм критериум уҙыштарҙа көмөш миҙал яуланы.    

Денис Спиридонов 60 километрға төркөмдә  икенсе урынды алды, шәхси һәм критериум уҙыштарҙа өсөнсө булды.

Карина Шәрәфетдинова ун ике-ун дүрт йәшлек ҡыҙҙар араһында бронза миҙал яуланы.

Киләһе ярыштарҙа велосипедсыларыбыҙ алтын миҙал  да алыр, тип ышанабыз.

Беҙҙең хәбәрсе.

Автор:Беҙҙең хәбәрсе
Читайте нас: