САРМАНАЙ
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Май 2023, 12:25

Министр ҡулынан бүләк

Кушнаренко балалар спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Рәфис Садиҡов физик культура һәм спортты үҫтереүгә, сәләмәт тормош рәүеше ҡиммәттәрен пропагандалауға индергән ҙур шәхси өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы спорт министрының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Министр ҡулынан бүләк
Министр ҡулынан бүләк

 

Рәфис Рауил улы – көрәш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры. «Ауыл тренеры» программаһы буйынса грек-рим көрәше секцияһын алып бара. Спорттың был төрө менән илленән артыҡ бала шөғөлләнә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар күп ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулайҙар һәм бүләкле урындар алалар.

Рәфис Садиҡовҡа Рәхмәт хаты Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында тапшырылды. Уны лайыҡлы бүләк менән ҡотлайбыҙ һәм тренерлык эшсәнлегендә яңы уңыштар теләйбеҙ.

Министр ҡулынан бүләк
Министр ҡулынан бүләк
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: