САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2023, 09:40

Ауылыбыҙ йәшелләнә

Кушнаренко ауылында биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереүгә йүнәлтелгән сираттағы «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте. Уның сиктәрендә «Самолет» паркында оҙон буйлы йүкәләр ултыртылды.

Ауылыбыҙ йәшелләнә
Ауылыбыҙ йәшелләнә

 

Һәр йыл яҙға сығыу менән республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йәйелдерелә. Быйыл да был йәһәттәң шаҡтай эш башҡарылды ла инде: парктар, ихаталар төҙөкләндерелде, йөҙләгән төп ағастар ултыртылды.

«Самолет» паркында акцияны муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Латипов асты. «Газпром» межрегионгаз Уфа» йәмғиәтенең генеральный директоры Альберт Лоҡманов һәм уның кәңәшсеһе Дмитрий Солоницын менән бергә ул, беренсе  төп йүкә ағасын ултыртты. Ҡунаҡтар менән бергә волонтерҙар ҙа килгән. Улар беҙҙен паркты йәшелләндереүгә үҙ өлөштәрен индерҙе. Ағас ултыртыуҙа хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, көмөш волонтерҙар, уҡыусылар, шайморатовсылар һәм башҡа кушнаренколар шулай уҡ актив эшләнеләр. Бер кем дә ситтә ҡалманы: ҡайһылары ҡара тупраҡ килтереп торҙо, икенселәре ағас ултыртты, өсөнсөләре һыу һипте.

Өмәлә ҡатнашыусылар өсөн ҡайнар ҡамыр ризыҡтары менән татлы сәй ойошторолдо.

Ауылыбыҙ йәшелләнә
Ауылыбыҙ йәшелләнә
Ауылыбыҙ йәшелләнә
Ауылыбыҙ йәшелләнә
Ауылыбыҙ йәшелләнә
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: