САРМАНАЙ
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Февраль 2023, 15:50

Теләктәр тормошҡа аша

Балалар  «Теләктәр шыршыһы»нан бүләктәр алыуын дауам итә

Теләктәр тормошҡа аша
Теләктәр тормошҡа аша

 

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин Шәрип урта мәктәбенең өсөнсө синыф уҡыусыһы Сафинә Бекбулатоваға кәнфитле йомшаҡ уйынсыҡ тапшырҙы. Сафинә был бүләкте үҙенең һеңлеһе өсөн һорағайны.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Таһир Ирғәлиев Ҡалтай урта мәктәбенең алтынсы синыф уҡыусыһы Илмира Ахуноваға Рәсәйҙең бөйөк ҡалалары энциклопедияһын бүләк итте. Илмира – уҡыу алдынғыһы, айырыуса география фәнен ярата.

–Беҙ бик күңелле эш башҡарабыҙ – уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс һәм олимпиадаларҙа еңеүсе һәләтле балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырабыҙ, – ти район етәксеһе.

Өфө статистика һәм информатика колледжы директоры Сәйфетдин Ҡунысбаев Урта Аҡбаш ауылында йәшәүсе Искәндәр Хәйбрахмановтың теләген үтәне. Егет Ҡыш бабайға хат яҙып, квадрокоптер һорай. Күптән көтөлгән татлы күстәнәстәре менән бүләкте Марат Әхмәҙуллин тапшырҙы. Күп балалы Хәйбрахмановтар ғаиләһендә ете малай тәрбиәләнә.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: