САРМАНАЙ
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2022, 09:50

Программаларҙа ҡатнашып

Шәрип ауыл биләмәһенең Мәмәк ауылында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте.

Программаларҙа ҡатнашып
Программаларҙа ҡатнашып

  Ауыл халҡы программа тураһында бөтә мәғлүмәтте, ҡатнашыу шарттарын иғтибар менән тыңланы һәм Мәмәк ауылы зыяратын кәртәләү һәм төҙөкләндереүҙе ин кисектергеһеҙ мәсьәлә тип тапты. Уны ғәмәлгә ашырыуҙы яҡлап барыһы ла тауыш бирҙе. Проектты һайлап алыуҙы баһалау сиктәрендә мәмәктәр мүрхүмдәр иҫтәлегенә шиғырҙар конкурсы үткәрҙе.

Ауыл халҡы һәм ситтә йәшәүселәр ҙур активлыҡ күрһәтте, онлайн тауыш биреүҙә 1828 кеше ҡатнашты.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, 759 тауыш йыйып, Валентина Абъяппарова беренсе урынды яуланы. Рида Минһажева –икенсе, Фларида Сафиуллина өсөнсө урынға лайыҡ булды. 

Ауыл хакимиәте конкурста ҡатнашыусыларға һәм активистарға рәхмәт белдерҙе, иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: