САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ноябрь 2022, 16:25

Бөгөн – Ҡыш Бабайҙың Туған көнө

18 ноябрҙә рәсми рәүештә Ҡыш бабайҙың туған көнө билдәләнә. Сөнкә тап ошо көндө уның ҡалаһы булған Бөйөк Устюғта Ҡыш хакимлыҡты үҙ ҡулдарына ала һәм һалҡындар килә, тип иҫәпләнә.

Бөгөн – Ҡыш Бабайҙың Туған көнө
Бөгөн – Ҡыш Бабайҙың Туған көнө


Ошо уңайҙан был көндө Саҡмағош үҙәк моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре райондың Нариман аулындағы балалар баҡсаһына барып, унда тәрбиәләнеүселәр менән “Сөнки Туған көн...” тип исемләнгән сара ойошторҙо. Ул бөтә балаларҙың яратҡан Яңы йыл ҡунағы – Ҡыш Бабайҙың туған көнөнә арналды. Кескәйҙәр китаптар ярҙамында яратҡан бабайҙарының әкиәт резиденцияһына “сәяхәт ҡылдылар”. Был мауыҡтырғыс әңгәмә барышында улар китап һүрәттәренән Бөйөк Устюгтағы Ҡыш Бабай йортон, унда нинди моғжизалар осрауын күрҙеләр. Шулай уҡ китаптар ярҙамында Ҡыш бабайҙың үҙ почтаһы, модалар ательеһы, ҡышҡы баҡсаһы, боҙлоғо, зоопаркы булуы, уның нимәләр яратыуы, уға кемдәр ярҙам итеүе, балалар Яңы йылға һораған бүләктәр тураһындағы хаттарҙы уға тапшырып еткереү юллары тураһында да белделәр. Кескәй генә китап яратыусылар сара барышында күңелле ҡышҡы йомаҡтар конкурсында ҡатнашып, яуаптар ҙа эҙләнеләр, Ҡыш бабай, Яңы йыл тураһында шиғырҙар ҙа тыңланылар. Әңғәмә ахырында улар китаптар күрҙәмәһе менән дә таныштылар. Сара кескәйҙәр өсөн мауыҡтырғыс һәм күңелле булды.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: китапхананың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе.

Бөгөн – Ҡыш Бабайҙың Туған көнө
Бөгөн – Ҡыш Бабайҙың Туған көнө
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: