САРМАНАЙ
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ноябрь 2022, 16:30

Намыҫ ҡушҡанса

«Башагроинвест» йәмғиәтенең Кушнаренко бүлексәһенең ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә ирешеүендә механизаторҙарҙың да хеҙмәте ҙур. Үҙ эшенең был оҫталары теләһә ҡайһы техникала етештереүсәнле эшләй.

Намыҫ ҡушҡанса
Намыҫ ҡушҡанса

 

Шундайҙарҙың береһе Марат Исмәғилев предприятиела алты йыл хеҙмәт һала. 1992 йылдан бирле уның тормошо ер һәм техника менән бәйләнгән. Ошо осор Ильич исемендәге  колхозда төрлө маркалы тракторҙарҙа иртә таңдан төнгә ҡәҙәр эш менән уҙа.   

Механизатор данға ынтылмай. Бары тик башҡа иптәштәре кеүек үк, үҙ бурысын намыҫлы үтәй.

Биш йыл буйы шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Уңыш йыйыу осоронда ашлыҡ һуҡтырыу комбайнына ултыра. Уны хаҡлы рәүештә универсал механизатор тип атарға була.

Быйыл уңыш йыйыуҙа актив ҡатнашҡаны һәм ҙур хеҙмәте өсөн Марат Исмәғилевҡа район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы тапшырылды.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: