САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ноябрь 2022, 15:25

Яңы еңеүҙәң теләйбеҙ

Район мәҙәниәт йортонон Гөлназ Ханнанова, Мөнирә Хөсәйенова, Динара Фазлыева һәм Роза Сабурованан торған «Ағиҙел моңдары» вокаль квартеты актив ижади тормош менән йәшәй.  Ҡыҙҙар рус, татар һәм башҡорт телдәрендә йырлай. Һирәк башҡарылыусы халыҡ йырҙары репертуарҙарында айырым урын биләй.

Яңы еңеүҙәң теләйбеҙ
Яңы еңеүҙәң теләйбеҙ

Күптән түгел «Башҡортостан» телерадиокомпанияһынын «Ашҡаҙар» республика радиоһы үткәргән «Ашҡаҙар моңдары» бәйгеһендә ҡатнашып, квартет «Тоғролоҡ өсөн» номинацияһында Дипломға һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Бындай юғары баһа коллективтың үҫә һәм камиллаша барыуын, тамашасыны һөйөндөрөүен күрһәтә. Ҡыҙҙарға яңы ижади еңеүҙәр теләйбеҙ.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: