САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ноябрь 2022, 15:43

Патриоттар үҫә

Әлеге каникул осоронда «Тау» лагерында айырыуса йәнлелек хөкөм һөрә. Унда республиканың төрлө райондарынан 82 бала ял итә. «Мин – патриот» девизы менән үткән тематик смена уҡыусыларҙа ватансыллыҡ тәрбиәләүгә бағышлана.

Патриоттар үҫә
Патриоттар үҫә

Малайҙар һәм ҡыҙҙар ваҡыттарын үҙҙәренең сәләмәтлеге һәм үҫеше өсөн файҙа менән үткәрәләр. Балаларға үҙ таланттарын күрһәтеү өсөн алдан уҡ мәҙәни һәм ижади саралар планы эшләнгән.

Беренсе көндө малайҙар һәм ҡыҙҙар лагерҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, уның традициялары менән таныштылар. Унан отрядтар ижад донъяһына сумды – отрядтың исемен һәм девизын уйланы.

Балаларҙың һәр иртәһе линейкаға теҙелеү, Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреүҙән башлана. Иртәнге аштан һун өҫтәмә белем алыу менән шөғөлләнәләр, мауығыу буйынса түңәрәктәргә йөрөйҙәр.

Беренсе көндән үк малайҙар һәм ҡыҙҙарға бай программа тәҡдим ителде. Улар үҙҙәрен ашнаҡсы ролендә лә һынап ҡаранылар. Өҫтәмә белем педагогы Гүзәл Усманова ярҙамында эремсектән пирог әҙерләргә өйрәнделәр. Икенсе бинала Гөлназ Ғәниева бейеү флешмобы үткәрҙе.

 Ете йәштән ун биш йәшкәсә балалар менән һигеҙ вожатый шөғөлләнә.

 

Автор фотоһы. 

 

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: