САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Октябрь 2022, 10:35

Балалар – илебеҙ киләсәге

Башкортостаныбыҙ алтын көҙ көҙөндә үҙенең туған көнөң  билдәләне. Башҡорт ерендә тыуып үҫкән һәр кемдең уртаҡ байрамы был.

Балалар – илебеҙ киләсәге
Балалар – илебеҙ киләсәге

Кушнаренко ауылы гимназияһының 3 «б» синыф уҡыусылары синыф етәксеһе Лилиә Ғәлләмова  етәкселегендә был иҫтәлекле көнгә ентекле әҙерләнделәр.

«Тыуған Башҡортостаным» сараһы Башҡортостан Республикаһы гимнын башҡарыуҙан башланды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар тыуған төбәк тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар. Уҡыусылар сәхнәне биҙәүгә ҙур яуапылыҡ менән ҡаранылар. Әлбиттә, ата-әсәләре лә ярҙамлашты.

Балаларҙың сығыштары залдағыларҙың барыһына ла бик оҡшаны. Һис шикһеҙ, бындай кисәләр балаларҙа Ватанға мөхәббәт,уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләй, ижади һәләттәрен, башҡорт халҡының тарихы, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтерәләр.

Патриотик саралар йәш быуын өсөн, Башҡортостандың һәр кешеһе өсөн дә айырыуса әһәмиәткә эйә. Сөнки улар күп милләтле һоҡланғыс Башҡортостаныбыҙҙың барлыҡ халыҡтарының тыныслыҡ, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ символы булып торалар.

Республика халҡының тыуып үҫкән илгә мөхәббәте, ватансыллығы, тырышлығы, изгелеге һәм иртәгәһе көнгә ышанысы уның бөйөк Рәсәй менән бергә алға барыуының нигеҙен тәшкил итә.

 

Фото: Люблю тебя, Башкортостан.

Автор:Беҙҙең хәбәрсе
Читайте нас: