САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Октябрь 2022, 11:40

Рухи ярҙам да мөһим

Тоташ илдә, республикала һәм әлбиттә, беҙҙең Саҡмағош районында ла, мобилизацияланған хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына матди һәм әхләҡи ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә ватандаштарыбыҙ берләшә.

Рухи ярҙам да мөһим
Рухи ярҙам да мөһим

Райондаштарыбыҙ ҙа был ярҙам акцияларыннан ситтә ҡалмай, уларға актив ҡушыла. Ошо көндәрҙә Митрәй-Әйүп мәҙәният йорто хеҙмәткәрҙәре яҡташтары, Иҫке Үҙмәш ауылынан мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған Альмир Ғиҙҙәтовтың ата-әсәһе йортона барып, уларҙың хәлен белеп, әхлаки ярҙам күрсәтте. Әлеге ваҡытта Ғиҙҙәтовтар ғаиләһендә ике хәрби ил һағында тора – уларҙың кесе улдары Артур ҙа Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Ҡөстәрендә хеҙмәт итә. Альмирҙың әсәһе һөйләүенсә, улар улдары менән даими хәбәрләшеп тора. Мобилизацияланған егеттәрҙе махсус кейем – обмундирование менән тәьмин иткәндәр, туҡландырыу ҙа яҡшы ойошторолған.
“Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Альмирҙың һәм бөтә мобилизацияланған егеттәрҙең тиҙ арала, иҫән-һау булып туған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын, бөтә ғаиләләргә шатлыҡлы осрашыуҙар һәм барлыҡ ватандаштарыбыҙ кеүек үк, дәүләтебеҙҙә һәм тоташ донъяла тыныслыҡ урынлашыун теләйбеҙ”, – ти Митрәй-Әйүп мәҙәниәт йорто етәксеһе Резида Ниғманова.
Беҙ ҙә бу теләктәргә ҡушылып, Аллах Раббыбыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең был изге эшен сауаптарға бағышлаһын тибеҙ һәм ил һағына саҡырылған бөтә райондаштарыбыҙға һәм уларҙың яҡындарына рухи ныҡлыҡ, Еңеүгә ышаныс, яҡташтарыбыҙҙың һау-сәләмәт булып, туған яҡтарға, ғаиләләренә мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: