САРМАНАЙ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Октябрь 2022, 11:50

Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Илгә хәүеф янағанда һәр ваҡыт ир-егеттәр уны яҡларға күтәрелгән. Бөгөн дә улар илебеҙ хаҡына хәрби бурыстарын үтәргә киттеләр. Яугирҙәребеҙ үҙ ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡтарын яҡшы беләләр.

Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаҫ
Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

М. Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабына Шәрип ауыл биләмәһенең Ҡалтай ауылында йәшәүсе Нәсимә Имаметдинова мөрәжәғәт  итте. Ул һигеҙ йәшлек ҡыҙы менән газ инмәгән шәхси йортта йәшәүе, берҙән-бер улы Эльвирҙы мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙары, киткәнсе утын әҙерләп өлгөрмәүе тураһында һөйләне.

Штаб был мәсьәләне хәл итеүгә кереште. Нәсиә һәм Ришат Гәрәевтар ярҙамға килде. Улар бушлай бер машина утын бирҙе.

  • Бындай хәлдә яҡташтарыбыҙға ярҙам итергә кәрәклеген яҡшы анлайбыҙ. Беҙ элек тә әҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә ярҙамлаша инек. Киләсәктә лә мохтаждарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, – тине Нәсиә Юныс ҡыҙы.
Автор:Ф. ХАҠОВА.
Читайте нас: