САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Октябрь 2022, 12:25

Өфөгә – сәйхәткә

Ошо көндәрҙә Саҡмағош районы өлкәндәре “Башҡортстан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы сиктәрендә республикабыҙ башҡалаһында булып, Өфөнөң тарихи-иҫтәлекле урындарын күреп ҡайтты. 

Өфөгә – сәйхәткә
Өфөгә – сәйхәткә


 Улар Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше менән таныштылар. Мауыҡтырғыс сәфәрҙең артабанғы пункты Өфө лимонарийы булды. Өлкән йәштәге туристар күп төрлө сәскә атыусы үсемлектәрҙе күреп һоҡландылар, фейхоа һәм кәһүә емештәре етешкән мизгелдәр шаһиттары булдылар. Республика көнендә асылған Рәсәй Геройы, генерал-майор М.М.Шайморатовҡа арналған мемориаль комплекс та беркемде лә битараф ҡалдырманы. Бынан тыш, өлкән апайҙар һәм ағайҙар Дуҫлыҡ монументына ла барҙылар. Башҡортостан дәүләт аграр университетының һырҙар, йогурттар, туңдырмалар етештерелгән аҙыҡ-түлек корпусында был тәмлекәстәрҙән ауыҙ итеп ҡаранылар.
Районыбыҙ өлкәндәренең был сәфәре быйыл әлеге проект сиктәрендә ойошторолған бындай сәйәхәттәрҙең ахырғыһы булды. Бығаса өлкәндәр Бөрө ҡалаһына һәм Өфөгә сәйәхәт ҡылды.

 

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: